Гәзитебеҙҙең бөгөнгө һаны - байрам сығарылышы хөрмәтле ветерандарыбыҙға арнала. Архангел районының Уҫаҡлы ауылында йәшәгән 93 йәшлек Бәҙғотдин Солтанбәков, дәһшәтле йылдарҙың тере легендаһы – Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы уҙаманы 93 йәшлек Ишҡол Мәхмүтов хаҡында яҙмалар, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөьмин Латипов тураһында хәтирәләр ғорурлыҡ тойғолары уята.
“Ҡартатайым менән өләсәйемдең ете улы булған. Иң өлкәне – 1913 тыуған атайым Зәбихулла. Ауылда тиҫтерҙәр йыйылышып һөйләшеп ултыра торған булған. Быны кемдәрҙер хилаф күреп: “Совет власына ҡаршы эш алып баралар”, – тип НКВД-ға еткергән.
Унан килгән кеше һәр береһенән һорау алған. Сират ҡартатайыма ла килеп еткән. Уларҙың һорауҙарына: “Өлкән улым Зәбихулла, япондарға ҡаршы һуғышта ҡатнашып, батырлыҡтар күрһәтеп, өлкән лейтенант булып ҡайтты. Улымдың икәүһе Ҡыяметдин, Сәмиғулла немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы батырҙарса һуғышып, һәләк булғандары тураһында “ҡара ҡағыҙ” килде, Сабирйәнем Сталинградтан “госпиталдә ятам” тип хат яҙған, ә Ғаязетдинем һуғыштан бер аяҡһыҙ ҡайтып инде. Мин нисек халыҡ дошманы булайым?“ тигәс кенә, уны эҙәрләүҙән туҡтағандар”, - тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Ғәйнетдин Теүәлев.
Белорет ҡалаһынан Зәйнәп Собханғолова ла олатаһы хеҙмәт иткән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында иҫтәлектәрен бәйән итә. “Хәтер төйөнсөгөмдө сисәм...” тип аталған мәҡәләне 4-се биттә уҡығыҙ.