Бөтә яңылыҡтар
15 Май 2019, 12:18

“Башҡортостан” гәзитенең 15 май һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Халыҡ-ара ғаилә көнө айҡанлы Баймаҡ районынан Сәфәрғәлиндәрҙең эшлекле һәм татыу ғаиләһе менән таныштырғандар. Муниципаль берәмектәр съезы алдынан Архангел районындағы урындағы үҙидара эшмәкәрлеге яҡтыртылған. Шулай уҡ рәсми хәбәрҙәр, республика яңылыҡтары бирелгән.

2-се биттә Баймаҡ районында барған яҙғы баҫыу эштәре тураһында репортаж баҫылып сыҡҡан, “Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда ниндәй бурыстар тормошҡа ашырылыуы хәбәр ителгән, Благовар районында сүп-сар реформаһы барышы яҡтыртылған.

3-сө биттә – сираттағы “Хаттар яҙҙым...” махсус сығарылышы. Унда был юлы Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ тарафтарынан гәзит уҡыусыларҙан килгән хаттар донъя күргән, проблемалы мөрәжәғәттәргә Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы башлыҡтары биргән яуаптар баҫылған.

4-се биттә шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның шиғырҙар шәлкеме, яҙыусы Ринат Камалдың һүрәтләмәһе, “Яҙмыш китабы” хикәйәһенең аҙағы урын алған.
Читайте нас: