Бөгөнгө һандың 1-се битендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһынан репортаж бирелгән. Ошонда уҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов менән милли проекттар тураһында әңгәмә баҫылған.
2-се биттә Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса төбәк операторҙарының III халыҡ-ара һәм республика муниципаль берәмектәр ассоциацияһының VIII съездары эше яҡтыртылған. Шулай уҡ Ҡыйғы районында сәсеү, Стәрлетамаҡ ҡалаһында подъездар ремонтлау барышы һүрәтләнгән.
3-сө биттә Архангел районынан эшҡыуар, Сибай ҡалаһынан ҡурайсы менән таныштырғандар, Әбйәлилдә ағас ултыртыу акцияһын яҡтыртҡандар.
4-се биттә – “Иҡтисад” махсус сығарылышы.
5-се биттәге яҙмала Учалынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ғариповтар ғаиләһенән биш яугирҙең яҙмышы сағылдырылған.
6-сы биттә – “Белем һәм тәрбиә” махсус сығарылышы. Унда Ауырғазы, Тәтешле, Борай, Балтас, Асҡын райондарынан хат-хәбәрҙәр баҫылып сыҡҡан.
7-се биттә мәғлүмәти белдереүҙәр урын алған.
8-се биттәге мәҡәләләр төрлөһөнән: Нефтекама ҡалаһынан дан ғаилә, Сибайҙан оҫта бейеүсе тураһындалар. Йәнә Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Ҡайттым” хикәйәһенең беренсе өлөшө донъя күргән.