Бөтә яңылыҡтар
4 Июнь 2019, 11:00

“Башҡортостан” гәзитенең 4 июнь һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-2-се биттәрендә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Бөрйән районына сәфәре яҡтыртылған. Бында шулай уҡ Өфөнән Австрияның баш ҡалаһы Венаға авиабәйләнеш асылыуы хәбәр ителгән, республика яңылыҡтары бирелгән.

3-сө биттә Ишембай ҡалаһындағы “Витязь” машиналар эшләү компанияһы эшмәкәрлеге менән таныштырғандар.

4-се биттә иғтибар үҙәгендә – Мәсетле районы.

5-се биттәге яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың яҙмаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың яҡты иҫтәлегенә арналған.

6-сы биттә Бөрйән районында яңы мәктәп асыу тантанаһынан репортаж урын алған.

7-се биттәге “Йәшәйеш” махсус сығарылышына Кушнаренко һәм Баймаҡ райондары халҡы тормошон тасуирлаған мәҡәләләр тупланған. Йәнә “ҡатын-ҡыҙ һәм карьера” темаһына психолог кәңәштәре бирелгән.

8-се биттәге “Ай башы” рубрикаһындағы яҙмалар июнгә арналған, йәнә бында ураҙа тотоу ғәмәлдәре хәтергә төшөрөлгән, “Ураҙа мөнәжәте”, хәҙистәр тәҡдим ителгән.