Бөтә яңылыҡтар
5 Июнь 2019, 13:27

“Башҡортостан” гәзитенең 5 июнь һанына күҙәтеү

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны һәр ваҡыттағыса республика тормошондағы көн-үҙәк яңылыҡтар, етәкселектең эшлекле осрашыуҙары, төбәктә эшләп килгән төрлө социаль проекттар тураһындағы яҙмалар менән асыла.

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны һәр ваҡыттағыса республика тормошондағы көн-үҙәк яңылыҡтар, етәкселектең эшлекле осрашыуҙары, төбәктә эшләп килгән төрлө социаль проекттар тураһындағы яҙмалар менән асыла.


Кисә республикабыҙҙың мосолман халҡы Ураҙа ғәйетен ҡаршыланы. Байрам тантаналары төбәгебеҙҙең барлыҡ ауылдарында гөрләп үтте, мәжлестәр ойошторолдо, балалар өсөн уйындар уҙҙы. Ураҙа ғәйетенән репортажды 1-се биттә уҡығыҙ.


Быйыл Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзының күптәнге ағзаларының береһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рамаҙан Ҡотошовҡа 95 йәш тулды. Уның тормошо Ватанға һәм халыҡҡа эскерһеҙ хеҙмәт өлгөһө. “Яугир яҙмышы” исемле яҙма 3-сө биттә урынлашҡан.


Быйыл Динис Бүләковҡа 75 йәш тулған булыр ине. Ошо көндәрҙә Мәләүез районының Смаҡ ауылында яҙыусының хәтер кисәһе үтте. Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусылар, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Ғәлим Хисамов, Ринат Камал, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, әҙиптәр, филология фәндәре докторҙары Тимерғәле Килмөхәмәтов, Фәнил Күзбәков, Динис Бүләков музейын төҙөүселәрҙең береһе Әлмира Шәрипова, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов , шағир һәм журналистар Зөһрә Ҡотлогилдина, Әхмәр Үтәбай, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, шағир, яҙыусы, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, шағирәләр Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Мәрйәм Күсмәева, Динис Бүләковтың ҡыҙҙары Ләйсән, Зөһрә, Миләүшә һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашты был сарала. Район советы секретары Лилиә Һөйәрғолова, хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Алик Сатлыков, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ринат Ғибәҙуллин, Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтовтар тамашаны матур итеп ойоштороуға ҙур тырышлыҡ һалған. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе Динис ағай хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уның яҡты күңелле, яҡшы кеше булыуын иҫкә алды, бергә ижад иткән, аралашҡан осорҙарындағы төрлө ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөп, уның рухын ҡыуандырҙы. Сара тураһында тулыраҡ “Нөгөш буйы һағыш тулы...” исемле мәҡәләлә уҡығыҙ.
Читайте нас