Бөтә яңылыҡтар
2 Июль 2019, 14:20

“Башҡортостан” гәзитенең 2 июль һанына күҙәтеү

Гәзиттең был һаны Бөтә донъя башҡорттарының V ҡоролтайына арналған мәҡәләләр менән асыла.

Гәзиттең был һаны Бөтә донъя башҡорттарының V ҡоролтайына арналған мәҡәләләр менән асыла.


Баҫманың 1-се битен бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыу тантанаһына арналған репортаж биҙәй. Артабан оло ҡорҙоң нисек үтеүе, ниндәй мөһим мәсьәләләр күтәреүе, секцияларҙа алып барылған һөйләшеүҙәр тураһында яҙмалар урын алған.


4-се биттә инвалид бала тәрбиәләгән әсәнең мөрәжәғәтенә таянып яҙылған социаль йүнәлешле мәҡәлә һәм Өфө ҡалаһындағы авария хәүефе тыуҙырған участкалар буйынса ойошторолған рейд һөҙөмтәләре менән таныша алаһығыҙ.


“Пенсионер” махсус бите хаҡлы ялдағыларға ҡағылышлы түләүһеҙ медицина ярҙамы төрҙәре, пенсия өлкәһендәге яңылыҡтар һәм оло йәштәгеләрҙең үҙ тормошон нисек йәмлерәк, мәғәнәлерәк итә алыуы хаҡында мәҡәләләр тәҡдим итә.


“Тәгәрмәс” битен уҡып, яңы автомобиль алғанда нисек алданмау хаҡында белерһегеҙ. Журналистың шәхси тәжрибәһенә таянып яҙған мәҡәләһе күптәр өсөн ҡыҙыҡлы булыр, моғайын. Шулай уҡ бында водителдәргә ҡағылышлы закондарға индерелгән үҙгәрештәр, баланы автомобилдә бикләп ҡалдырыуҙың эҙемтәләре хаҡында ла уйланырлыҡ мәғлүмәттәр бирелгән.


8-се биттә июль айында билдәләнгән байрамдар, иҫтәлекле көндәр, тантаналар менән таныша алаһығыҙ. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә 100 йыл тулыу уңайынан уның тарихына һәм шәхсән уйланыуҙарына ҡоролған мәҡәлә тәҡдим итә. Был биттә шулай уҡ Мәскәү ҡалаһының “Аҡ тирмә” фольклор ансамбленең Ишембайҙа уҙған концерты, Иглин һәм Бөрйән райондары тормошона ҡағылышлы яҙмалар ҙа урын алған.