“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һаны, һәр ваҡыттағыса, республика тормошондағы көнүҙәк яңылыҡтар, етәкселектең эшлекле осрашыуҙары, төбәктә эшләп килгән төрлө социаль проекттар тураһындағы яҙмалар менән асыла.
Торатау итәгендә үткән ҙур йыйын бик күптәрҙең күңелен йылытасаҡ әле. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының дауамы булараҡ ойошторолған байрам саралары меңләгән кешене бергә тупланы. Йыр-моң, ижади, спорт бәйгеләре, эшлекле осрашыуҙар, секция ултырыштары барыһы ла булды был көндө. Гәзитебеҙҙең 1-2 биттәрендә оло йыйындан әҙерләнгән фоторепортаж менән тулыраҡ танышырға мөмкин.
Яңыраҡ Баймаҡ райоының Күсей ауылында аралар нәҫел-нәсәбен барланы. Шәжәрә байрамынан әҙерләнгән махсус битте 4-се биттә уҡығыҙ.