Бөтә яңылыҡтар
12 Июль 2019, 12:38

“Башҡортостан” гәзитенең 12 июль һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се бите Өфөлә 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары башланыуға бәйле мәҡәлә менән асыла.

Бөгөнгө һандың 1-се бите Өфөлә 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары башланыуға бәйле мәҡәлә менән асыла. Белеүебеҙсә, был сараға донъяның 30 иленең 85 ҡалаһынан спортсылар килде.
2-се биттәге мәҡәләләр ҙә ошо иҫтәлекле, мөһим ваҡиғаға арнала. Өфөнөң Затон биҫтәһендә Халыҡ-ара балалар уйындары башланған көндә Спорт әҙерлеге үҙәге асылыуы тураһында хәбәр ителә.
3-сө бит Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡ ҡалаһына яһаған эш сәфәренә арналған.
4-се биттә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов менән әңгәмә тәҡдим ителә. Шулай уҡ был биттә юрист кәңәштәре менән танышырға мөмкин.
5-се биттәге “Май сүлмәгеме, сүп һауытымы – тышынан билдәле” тип аталған мәҡәлә республикабыҙҙа күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһының нисек тормошҡа ашырылыуы менән таныштыра.
6-сы биттәге йылы эстәлекле яҙма Ғәлиә һәм Нуриәхмәт Шаһиәхмәтовтарҙың өлгөлө хеҙмәт юлы, матур, татыу ғаиләһе тураһында һөйләй.
7-се биттә “Ҡоролтай рухында” рубрикаһы аҫтында мәҡәләләр бирелгән.
8-9-сы биттәр Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 65 йыллыҡ юбилейына арналған. Бында комбинаттың генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин менән әңгәмә, абруйлы шахтер Рәил Ғарипов тураһында һүрәтләмә менән танышырға мөмкин.
10-сы биттә “Их-х-х, Луиза” тигән мәҡәләне уҡый алаһығыҙ. Үҙе эшләгән банктан ҙур суммала аҡса урлап тотолған ҡатындың был ҡылығына журналист үҙ фекерен белдерә.
11-се биттә Салауат Юлаев хаҡындағы яҙманың аҙағы бирелгән.
12-се биттә Барый Ноғомановтың “Мин уйнармын, һин йырларһың...”

тигән повесының дауамын уҡый алаһығыҙ.
13-сө биттә ял сәғәттәрендә сисер өсөн сканворд бирелгән, был юлы ул сәскәләр донъяһына арналған.
14-се биттә – киләһе аҙнаға телевидение программаһы.
15-се биттәге “Сәләмәт булайыҡ!” махсус сығарылышы был юлы үҙеңә ышаныс тәрбиәләү, йоҡоно дөрөҫ ойоштороу ҡағиҙәләре менән таныштыра.
16-сы биттәге “Йома ҡунағы” рубрикаһында башҡорт эстрадаһының сағыу тауышлы йәш йырсыһы Тимур Ямалов менән әңгәмә тәҡдим ителгән.