Бөтә яңылыҡтар
17 Июль 2019, 15:30

“Башҡортостан” гәзитенең 17 июль һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың Шаран районы хужалыҡтарында йәшел ураҡ барышына арналған мәҡәлә менән асыла.

Бөгөнгө һандың Шаран районы хужалыҡтарында йәшел ураҡ барышына арналған мәҡәлә менән асыла.
Райондың “Шаранагрогаз” йәмғиәте баҫыуҙарында мал аҙығы әҙерләү бик ҡыҙыу бара, тиҙҙән улар уңыш йыйыуға төшөргә йыйына. Шулай уҡ Хөкүмәт йортонда үткән “Транспорт сәғәте” кәңәшмәһендә күтәрелгән мәсьәләләр менән дә танышырға мөмкин.


2-се биттә Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарҙары, төбәк Башлығы вазифаһына теркәлгән сираттағы кандидаттар менән танышырға мөмкин. “Баҫыуҙарҙа уңыш өсөн көрәш бара” мәҡәләһендә ҡоротҡостар килтергән зыян, улар менән көрәшеү алымдары хаҡында һүҙ бара.
3-сө биттәге “Йәшәйеш” рубрикаһында төрлө өлкәгә ҡағылышлы мәҡәләләр – публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың заманыбыҙ хаҡында уйланыуҙары, Балтас районы эшҡыуарҙары тураһында һүрәтләмә, бер ғаиләнең аяныслы яҙмышы хаҡында яҙмалар тупланған.
4-се биттә “Ҡоролтай рухында” рубрикаһы аҫтында уҡымлы мәҡәләләр бирелгән.
Читайте нас: