Бөтә яңылыҡтар
7 Август 2019, 11:43

“Башҡортостан” гәзитенең 7 август һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Ауырғазы районындағы библиотерапия үҙәгенән репортаж бирелгән. Ошонда уҡ республикала тормошҡа ашырылған милли проекттар тураһында һөйләнелгән.

Бөгөнгө һандың 1-се битендә Ауырғазы районындағы библиотерапия үҙәгенән репортаж бирелгән. Ошонда уҡ республикала тормошҡа ашырылған милли проекттар тураһында һөйләнелгән.


2-се биттәге яҙмаларҙа Әбйәлил, Дыуан, Асҡын, Мишкә райондарындағы хеҙмәт кешеләре хаҡында һүрәтләмәләр донъя күргән.

3-сө биттә иһә республикала “Айыҡ ауыл” бәйгеһенең дауам итеүе, яңы баҫма – башҡортса-русса йылҡысылыҡ буйынса аңлатмалы һүҙлек нәшерләнеүе хаҡында бәйән ителгән.


4-се биттәге мәҡәләләр төрлөһөнән. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл айҡанлы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының эше яҡтыртылған, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның бер шәлкем шиғырҙары дбаҫылған, Байгилде Янбулатовтың ижадына әҙәби байҡау яһалған.
Читайте нас в