Кисә Радий Хәбиров рәсми рәүештә вазифаһын ҡабул итте. Гәзитебеҙҙең бөгөнгө һаны инаугурация сараһынан репортаж менән асыла. Ошонда уҡ республиканы киләһе биш йыллыҡта көткән яңылыҡтар менән дә танышырға мөмкин. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, транспорт тармағы, спорт, сәнәғәт... Был өлкәләрҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә? Тулыраҡ 3-сө биттә.
24 сентябрҙә Һарытау өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғариф көнө үтә. Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙең бөгөнгө һанында “Ҡоролтай тауышы” махсус сығарылышы донъя күрҙе. Өлкә башҡорттарының тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәккә пландары хаҡында 7-10-сы биттәрҙә уҡығыҙ.
“Шағир һәм бай”. Хөриә Абыҙгилдинаның булған хәлгә нигеҙләнеп яҙылған хикәйәте тетрәндергес тә, фәһемле лә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ауыл мәктәбенә эшкә килгән ҡыҙ баланың яҙмышы гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла битараф ҡалдырмаҫ. Әйткәндәй, дуҫтар, бәлки һеҙ ҙә беләһегеҙҙер тетрәндергес яҙмышлы тормош күренештәрен. Булһа, яҙып ебәрегеҙ. Иң уҡымлы, йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы тип табылғандары гәзит биттәрендә донъя күрәсәк.
Бөгөнгө һанда шулай уҡ сканворд, хужабикәләргә рецептар, балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡасан вакцинациялау тәртибе тураһында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.