Бөтә яңылыҡтар
30 Сентябрь 2019, 00:21

Инжир емеше кемдәр өсөн нығыраҡ файҙалы?

Ҡөрьәндә шулай әйтелгәс...

Фото: avatars.mds.yandex.net
Фото: avatars.mds.yandex.net
“Инжир һәм зәйтүн ағастары, мөбәрәк Тур һәм Сина тауҙары, именлек ҡалаһы булған Мәккә менән ант итеп әйтәм”, – тигән юлдар бар “Ҡөрьән Кәрим”дә. Ошо һүҙҙәр аша тыуған ерҙең, тупраҡтың, һыуҙың, хәләл ризыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәргә өндәлә.
Инжир емешен табиптар сабыйҙарға шәкәргә алмаш сифатында бирергә, ҡартайыу йәки ауырыу сәбәпле хәлһеҙләнгән кешеләрҙең аҙығында ҡулланырға тәҡдим итә. Хикмәт эйәләренән Әфләтун уны ныҡ яратҡан, Сократ тәндәге зарарлы матдәләрҙе ситкә этәреп, файҙалыларын үҙенә тартып торған емеш тип белгән, табип Гален унан атлеттар өсөн туҡланыу диетаһы әҙерләгән.
Төрлө ауырыуҙарҙы, айырыуса ашҡаҙан шешен дауалағанда инжир йыш ҡулланылған. “Ул йәннәттәге емештәргә нығыраҡ оҡшап тора”, – тигән имам Риза.
Зәйтүн емеше һәм майының шифаһы тураһында ла динебеҙҙә күп тапҡыр тәҡрарлана. Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә улар менән туҡланған. “Ризығығыҙҙа зәйтүн майы ҡулланығыҙ, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Тәнегеҙгә лә һөртөп тороғоҙ. Ағастың изгеһе бирә ул майҙы”.
Читайте нас: