Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 19:37

Байрам осоронда ниндәй саралар уҙғарыла?

Республика көнөндә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда һәм “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатрҙа байрам саралары ойошторола. Республика халҡы “БЮТ” телеканалының тура эфирында Башҡортостан Гимнын башҡарасаҡ.

2gis.ru
2gis.ru
10 һәм 11 октябрҙә һәр ерҙә байрам саралары ойошторола. Өфө ҡала округына ҡараған Иҫке Турбаҫлы һәм Яңы Черкассы ҡасабаларында байрам концерттары үтә. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында һәм үҫмерҙәр клубтарында байрам программаһы, концерттар, әҙәбиәткә һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған саралар, конкурстар, викториналар, класс сәғәттәре, тематик әңгәмәләр уҙғарыла.
1 – 28 октябрҙә 1-се балалар художество мәктәбендә “Тыуған ил балалар күҙлегенән” күргәҙмәһен, 7 – 17 октябрҙә үҫмерҙәр клубтары араһында ойошторолған “Республикабыҙҙың тыуыуы” балалар һүрәттәре күргәҙмәһен ҡарарға була. 7 – 10 октябрҙә 86-сы гимназияла мәғариф учреждениелары уҡыусылары араһында мини-футбол буйынса турнир үткәрелә. “Новатор” балалар ижады йортонда иһә “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” фестиваленең район һайлап алыу туры була. Ҡала китапханаларында төбәк тарихына, мәҙәниәтенә һәм әҙәбиәтенә арналған китап күргәҙмәләренә, әңгәмәләргә, уҡыусылар конференцияларына көтәләр.
8 – 10 октябрҙә Республика Хәрби дан музейы Республика көнөнә арналған “Башҡортостан – тыуған төйәгем” акцяһын үткәрә. 10 октябрҙә Конгресс-холда “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” балалар милли мәҙәниәттәр фестиваленең финалына саҡыралар. Ошо уҡ көндө Ҡала мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш, ҙур байрам концерты була. Көндөҙгө сәғәт 3-тә ҡала мәҙәниәт һарайында “халыҡ йолаларының тере шишмәләре” биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмә-конкурсын ҡарарға мөмкин.
Республика көнөндә Салауат Юлаев исемендәге майҙанда һәм “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатрҙа байрам саралары ойошторола. Республика халҡы “БЮТ” телеканалының тура эфирында Башҡортостан Гимнын башҡарасаҡ.
Өфөләге төп майҙанда “Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә контракт буйывнса хәрби хеҙмәт – һин һайлаған юл” акцияһы уҙғарыла. Унда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алыу (теркәү, анкета тултырыу, медицина тикшереүе үткәреү) пункттары эшләйәсәк, хәрби һәм махсус техника өлгөләре күрһәтеләсәк. Шунда уҡ төрлө ғәскәр вәкилдәренең, Үҙәк хәрби округтың йыр һәм бейеү ансамбленең сығышын ҡарарға була. Тамашасылар өсөн ялан кухняһы эшләйәсәк.
Байрам фейерверк һәм лазерлы музыкаль тамаша менән тамамлана.
Читайте нас