Бөтә яңылыҡтар
18 Октябрь 2019, 10:55

“Башҡортостан” гәзитенең 18 октябрь һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-8-9-10-сы биттәрендәге яҙмалар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған.

Бөгөнгө һандың 1-8-9-10-сы биттәрендәге яҙмалар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған.
2-се биттә рәсми хәбәрҙәр, яңылыҡтар бирелгән.
3-сө биттә Шаран районындағы “Шаранагрогаз” йәмғиәте менән таныштырғандар.
4-5-се биттәрҙәге мәҡәләләр Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған.
6-сы биттәге “Йома ҡунағы” героиняһы – “Һеңлекәш” фильмында Йәмилдең өләсәһе ролен башҡарған Сулпан Әбдрәхимова.
7-се биттә фольклорсы-ғалимә Гөлнур Хөсәйенова менән әңгәмә баҫылып сыҡҡан.
11-се биттә Салауат районында Салауат Юлаевҡа арналған Хәтер көнөнән репортаж донъя күргән.
12-се биттә тормош күренеше – Ванга менән осрашыу тураһындағы яҙма урын алған.
13-сө биттә – Мостай Кәримгә арналған сканворд, 14-селә – киләһе аҙнаға телевидение программаһы.
15-се биттә – “Сәләмәт булайыҡ!” махсус сығарылышында һүҙ әрем үләне хаҡында бара.
16-сы биттә ҡотлауҙар, ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу тураһында белдереү баҫылған.
Читайте нас