Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Волга буйы федераль округында барған “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны 25 апрелдә башланғайны. Көн һайын бер төбәктең ижади коллективы, йәмәғәт әүҙемселәре данлыҡлы “Еңеү көнө” йыры туған телендә башҡара. Был сара урындағы һәм федераль телеканалдар, радиостанциялар аша тапшырыла, шулай уҡ яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә
#песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында табырға мөмкин.