Бөтә яңылыҡтар
22 Март 2022, 23:15

“Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә”

Байраҡ дивизияға Башҡорт автономиялы республикаһының барлыҡҡа килеүенә 23 йыл тулған көндә тапшырыла.

“Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә”
“Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә”

Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына байраҡ тапшырылыуына 80 йыл тулыу айҡанлы республикала күп саралар ойошторолдо. Уларҙың береһе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үтте. Был хаҡта музей директоры Фәриҙә Йосопова һөйләне.

– 80 йыл элек, 1942 йылдың 22 мартында, Дим станцияһында тарихи ваҡиға була: тантаналы рәүештә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, полковник Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовҡа Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы рәйесе  Рәхим Кирәй улы Ибраһимов байраҡ һәм Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы грамотаһын тапшыра.

Был дивизияның буласаҡ яугирҙәре һәм Башҡорт Хөкүмәте өсөн мөһим ваҡиға була, сөнки байраҡ Башҡорт автономиялы республикаһының барлыҡҡа килеүенә 23 йыл тулған көндә тапшырыла.

Ошо юбилей датаһына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы уҡыусылар һәм студенттар өсөн “Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә” мәҙәни-мәғрифәт сараһын әҙерләне. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейҙа һаҡланған 1947 йылғы фотоальбомының электрон версияһын презентацияланыҡ. Фотоальбомды электрон версияға күсереү – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының һәм республика Хәрби Дан музейының бергә атҡарған эше, – тине Фәриҙә Йосопова.

Ошо иҫтәлекле көн айҡанлы онлайн форматта “түңәрәк өҫтәл” үтте. Сараны Башҡортостандың Милли музейы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо, шулай уҡ унда республиканың башҡа музейҙарынан да әүҙем ҡатнаштылар.

Фото: 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы.   

“Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә”
“Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә”
“Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә”
“Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә”
“Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә”
“Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә”
“Ҡыҙыл флаг аҫтында - Еңеүгә”
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: