Бөтә яңылыҡтар
7 Апрель 2022, 16:00

Хәлдәрегеҙ нисек, һуғыш ветераны?

Фәрит Хәсәнов Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын яҡшы кәйеф менән ҡаршы алырға әҙерләнә

Хәлдәрегеҙ нисек, һуғыш ветераны?
Хәлдәрегеҙ нисек, һуғыш ветераны?

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, “Еңеү өсөн” миҙалы һәм башҡа бихисап орден-миҙалдар менән бүләкләнгән Фәрит Хәсәнов Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын яҡшы кәйеф менән ҡаршы алырға әҙерләнә.

– Беҙҙә, совет һалдаттарында, илһөйәрлек тойғоһо ныҡ көслө булды, – тип һөйләй 96 йәшлек һуғыш ветераны Фәрит Вәли улы. – Ҡурҡыуҙы белмәнек, һәр ваҡыт алға ашыҡтыҡ, алғы һыҙыҡҡа барырға һәр беребеҙ атлыҡты. Еңеүҙең беҙҙең буласағын йөрәгебеҙ менән тойҙоҡ.

Фәрит Хәсәнов армияға 1943 йылдың 2 октябрендә алына, Украина ерен фашистарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша, ә Еңеү һүҙен Днепропетровск өлкәһенең Кривой Рог ҡалаһында ишетә.

Фәрит Вәли улы 1966 йылда тыуған яҡтарына ҡайта. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ Стәрлебаш районының Ҡарағош ауылында тыуып үҫкән, ә Бүздәк районының Бүздәк ауылында төпләнгән. Фәрит Хәсәновты Башҡортостандан тыш ситтә лә бик яҡшы беләләр. Ул заманында Үзбәкстанда йәшәгән, Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡ АССР-ы социалистик милекте урлаусыларға ҡаршы көрәш бүлеге начальнигы кеүек юғары вазифаны биләгән.

Фәрит Вәли улы ҡатыны Галина Семеновна менән ғүмер йомғағын һүтәләр.

Фото: Вера Фәритова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: