Бөтә яңылыҡтар
25 Апрель 2022, 21:00

Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк

Ағастарға беркетелгән QR-код аша шәхестәр тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.

Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк
Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк

“Йәшел Башҡортостан” акцияһынан бер район да ситтә ҡалмағандыр. Мәҫәлән, Белоретта Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышлап 77 алма һәм груша ағастары ултыртҡандар. Ҡаланың Крупская урамында сығарылыш класс уҡыусыларының сирен үҫентеләре үҫәсәк.

Ленин скверында Белореттың сәнәғәтен, мәҙәниәтен, мәғарифын, һаулыҡ һаҡлау һәм спорт тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергән яҡташтар иҫтәлегенә 35 шыршы ултыртҡандар. Белорет тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре уларҙың һәр береһе тураһында мәғлүмәт туплаған. Ағастар исемле, уларға беркетелгән QR-код аша аллеяла мәңгеләштерелгән кеше тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Улар араһында СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинова, Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукова кеүек билдәле шәхестәр бар. Әйткәндәй, ағас ултырыуҙа уларҙың туғандары ла әүҙем ҡатнашҡан.

– Был башы ғына, беҙҙә лайыҡлы, билдәле белореттар күп, улар хөрмәтенә исемле ағастар ултыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ, әгәр был башланғыс халыҡҡа оҡшаһа, – тип белдергән социаль селтәрҙә Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

Акцияға райондың 19 ауылы ла ҡушылған. Мәҫәлән, Исмаҡай халҡы мартта Украиналағы хәрби махсус операцияла һәләк булған яҡташтары Денис Сафин иҫтәлегенә аллея булдырып, ҡарағай, шыршы, сирен ағастары ултыртҡан.

Киләсәктә лә “Хәтер баҡсаһы” акцияһы нигеҙендә белореттар билдәле яҡташтары тураһындағы иҫтәлекте мәңгеләштереүҙе дауам итәсәк.

Фото: Андрей Иванютаның “Бәйләнештә”ге сәхифәһе.     

Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк
Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк
Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк
Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк
Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк
Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк
Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк
Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк
Белоретта Арыҫлан Мөбәрәковтың, Роза Аҡкучукованың ағастары үҫәсәк
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: