Бөтә яңылыҡтар
27 Апрель 2022, 22:00

"Яугир һүҙе” ҡасан яңғыраясаҡ?

Профессионал артистар, режиссерҙар, журналистар, уҡыусылар ҡатнашлығында ҙур проект тормошҡа ашырылды.

"Яугир һүҙе” ҡасан яңғыраясаҡ?
"Яугир һүҙе” ҡасан яңғыраясаҡ?

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирына Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы алдынан БЮТ, “Юлдаш” радиоһы һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының уртаҡ проекты - “Яугир һүҙе” сығасаҡ.

"Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының йырҙары һәм шиғырҙары – дошманды еңеп кенә ҡалмаған, художестволы образдарҙа тыуған илгә һөйөүҙе, еңеүгә ышанысты сағылдыра белгән халҡыбыҙҙың рухи байлығының мөһим бите. Һуғыш башланғандың тәүге көндәренән үк шағирҙар һәм яҙыусылар фашизм менән көрәшкә баҫҡан. Уларҙың төп ҡоралы һүҙ булған. Башҡортостан радиоһы архивында шағир-фронтовиктарҙың тауыштары һаҡланып ҡалған – улар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡый. Тап ошо яҙмалар видеороликтарҙың нигеҙен тәшкил итә", - ти проект авторҙары.

"Шағирҙарҙың тауышы социаль роликтар, һүрәтләмәләр өсөн дә яҡшы материал, – ти “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар буйынса директор урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева. – Әлегә ун исем һайлап алынды, күберәк тә мөмкин. Беҙҙең фонотекала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 20-нән ашыу шағирҙың тауышы һаҡлана".

Проектты тормошҡа ашырыу менән БЮТ режиссеры Светлана Громова һәм танылған режиссер Руслан Юлтаев шөғөлләнә. "Шағир-фронтовиктарҙың һүҙҙәре тотош бер быуындың батырлығын, әхлаҡи йәшәү мәғәнәһен, рухи көсөн сағылдыра, - ти Светлана Громова. – Беҙ быуындар араһында күпер һуҙҙыҡ. Һөҙөмтәлә үткән һәм киләсәк араһында бәйләнеш булдырылды".

Руслан Юлтаев өсөн проекттың мәҙәни-мәғрифәти әһәмиәте бигерәк тә мөһим. Уның фекеренсә, “Яугир һүҙе” – илһөйәрлек рухын тәрбиәләү өсөн үҙенсәлекле бәләкәй ҡулланма: роликтарҙа йәштәр менән ололарҙың үҙ-ара бәйләнеше сағыла.

Республиканың төп телеканалы экранынан Муса Ғәли, Хәким Ғиләжев, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим, Хәниф Кәрим, Сәләх Кулибай, Яҡуп Ҡолмой, Назар Нәжми, Ғилемдар Рамазанов, Зәйни Рафиҡовтың һуғыш тураһындағы шиғырҙары яңғыраясаҡ. Проекттың үҙенсәлеге тағы ла шунда – күпселек авторҙарҙың был әҫәрҙәре рус теленә беренсегә тәржемә ителгән.

"Проектты төшөрөүҙә профессионал артистар ҙа, журналистар ҙа, уҡыусылар ҙа ҡатнашты. Беҙгә Республиканың Хәрби дан музейы, Башҡортостандың Милли музейы, Р. Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты һәм башҡалар ярҙам итте. Роликтар өҫтөндә ҙур команда эшләне. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәндәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ", - тине “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының телевидение буйынса директор урынбаҫары Шамил Ишемйәров.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары “Яугир һүҙе”н май байрамдарында ишетәсәк.

Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: