Бөтә яңылыҡтар
18 Май 2022, 17:15

Һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алдылар

Башҡортостан делегацияһы ағзалары ”Сыҙамлыҡ одаһы”на сәскә һалды.

Һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алдылар
Һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алдылар

Бөгөн Үзбәкстанға сәфәр барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһы ағзалары менән бергә ”Сыҙамлыҡ одаһы” мемориаль комплексына сәскә һалып, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙы иҫкә алды.

“Сыҙамлыҡ одаһы” һәйкәле Ташкенттағы Еңеү паркында урынлашҡан. Монумент һуғышта биш улын юғалтҡан әсә – Зөлфиә Закирова иҫтәлегенә ҡуйылған.

Сәскә һалыу тантанаһынан һуң Радий Хәбиров Ташкент хакимы Джахонгир Артыҡходжаев менән Еңеү паркы экспозицияһын ҡарап сыҡты. Мемориаль комплекс 2020 йылдың 9 майында асылған, уның майҙаны – 14,6 гектар. Парк һуғыш дәһшәтенә һәм яугирҙәрҙең батырлығына, тыл эшсәндәренең ҡаһарманлығына, ҡайғы-хәсрәткә, шатлыҡ-ҡыуанысҡа һәм рәхмәт тойғоһона арналған тематик зоналарға бүленгән.

Башҡортостан Башлығы һәм делегация вәкилдәре шулай уҡ парктың төп павильонында – Дан музейында булды. Ул Үзбәкстандың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы тарихына арнала. Төбәк етәксеһе почетлы ҡунаҡтар китабында иҫтәлеккә яҙма ҡалдырҙы.

– Үзбәкстанда Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары, яу яланынан әйләнеп ҡайтмағандарҙың һәм тыл эшсәндәренең ҡаһарманлығы хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайҙар, – тине ул. – Мемориаль комплекс һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә тәрән ихтирам менән проектланған һәм эшләнгән. Был беҙҙең өсөн, айырыуса йәш быуын өсөн бик мөһим.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в