Олатайым – Харис Рөстәм улы Ишемғолов 1923 йылда Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында тыуған. Әбеш башланғыс урта мәктәбендә ете класс тамамлағандан һуң, Аҡъюл ауылында хисапсы һәм “КИМ”колхозында бригадир булып эшләгән. 1942 йылдың 3 майында Хәйбулла районы хәрби комиссариаты саҡырыуы буйынса һуғышҡа киткән. “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға олатайым иҫән сағында һөйләгән хәтирәләрен тәҡдим итәм.
Һуғышты Прагала тамамлай
“Мин Шакша станцияһында ойошторолған 146-сы миномет полкына эләктем. Башта 1-се батальондың 1-се расчетында тоҫҡаусыға уҡытып алдылар. Ун көн үткәс, Монголиянан бер эшелон өйрәтелмәгән аттар килтерҙеләр. Төн уртаһында малҡайҙарға эйәр һалып өйрәтәбеҙ. Өйрәткәндән һуң, 1942 йылдың август баштарында, эшелондарға тейәлеп, фронтҡа киттек. Волховстрой быуаһын үтеп, Волхов фронтына, Ладога күленән көньяҡтараҡ урынлаштыҡ. 1942 йылдың 1 сентябренән Ленинград блокадаһын өҙөү өсөн көслө артәҙерлек башланды. 1 октябргә тиклем бер ниндәй ҙә алға китеш булманы. Көнөнә дүрт-биш мәртәбә алғы һыҙыҡты алһаҡ та, кире сигенәбеҙ.
Сталиндың “Бер аҙым да сигенмәҫкә!” тигән бойороғон ишеттергәндән һуң, беҙҙең миномет полкы Ладога күле буйында оборонаға урынлашты.
Беҙҙең частар Ладога күле янындағы станция эргәһендә урынлашты. 1943 йылдың 23 декабрендә Ленинград фронты төнгө сәғәт икелә үк артәҙерлеккә күскәйне инде. Беҙҙең Волхов фронты сәғәт өстәрҙә әҙерлек башланы. Хәҙер инде ғәскәребеҙ ғәйрәтле. Бына бөтә “катюша”лар, “андрюша”лар, артиллерия һ.б. көслө ут асты. Хатта көбәктәрҙең буяҡтары сатырлап ырғый башланы. Ер дер һелкенеп торҙо. Ҡуйы төтөндән тын алыу ауырлашты. 1943 йылдың 20 декабрендә Ленинград блокадаһын өҙөп, ике фронт һалдаттары “Урра!” ҡысҡырып, бергә ҡушылдыҡ. Бик күп һалдатҡа хәрби наградалар тапшырҙылар. Мине “Батырлыҡ өсөн”, “Ленинградты обороналаған өсөн”, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән бүләкләнеләр.
Артабан беҙҙең частарҙы көньяҡҡа ташланылар. 1944 йылдың февраль айҙарында Новгород, Остров, Порхов һәм Псков ҡалаларын азат иттек. Шунан Латвияның баш ҡалаһы Риганы дошмандан таҙартыу өсөн көслө артналет менән һөжүм башланыҡ. Бөтә артиллерия, “катюша”, “андрюша”лар өҙлөкһөҙ көслө ут асты. Риганың түбәнге осонан ике сәғәт эсендә понтон (йөҙә торған) күпер һалып, шуның аша сығып, алға ынтылдыҡ. Немецтар 25-30 километр самаһы артҡа сигенде. Уларҙы арттарынан ҡыуалап барҙыҡ. Фашистар, Тукумс ҡалаһын ҡалдырып, хәрби пароход менән Балтик диңгеҙе аша сығырға ниәтләгән булған. Беҙҙең самолеттар уларҙы һыуға батырып тик торҙо.
1944 йылдың декабрь айында беҙҙең ғәскәрҙе эшелондарға тейәп, Сандомир плацдармына алып килеп, хәрби посҡа урынлаштырҙылар. 1945 йылдың башында көслө һөжүм башланыҡ. Польша ҡалаларын азат итеп, 20 ғинуарҙа пехота менән Одер йылғаһы аша сыҡтыҡ.
2 февралдә немецтарҙы ныҡлап ҡыуалай башланыҡ. Батареябыҙға ярсыҡлы иллешәр мина атырға бойороҡ бирелде. Шул ваҡытта дошмандың аҙашҡан минаһы беҙҙең батарея урынлашҡан ергә килеп төштө. Уң яҡ күкрәгемә ныҡ итеп һуҡҡан кеүек тойолдо, ауыҙҙан һәм танауҙан ҡан китте, иҫемде юғалтҡанмын. Батареяла шул бер минанан дүрт кеше ҡаты яраланды, ике һалдат һәләк булды. Санчаста ярамды бәйләп, Польшаның Ченстохово ҡалаһындағы эвакогоспиталгә оҙаттылар. Ике ай дауаланғандан һуң “хәрби хеҙмәткә яраҡлы” тип мине һәм башҡа һалдаттарҙы эшелондарға тейәп, тағы алғы һыҙыҡҡа ебәрҙеләр.
“Мин иҫән-һаумын!..”
Беҙҙең ғәскәр, Берлинға 40 километр самаһы ҡалғас, аяуһыҙ һуғыш алып барҙы. Эшелондан төшөрөп, иллешәр һалдатты теҙеп ҡуйҙылар. Мин танк ғәскәренә эләктем, полк командиры – генерал-полковник Давид Драгунский, Советтар Союзы Геройы: “Өлкән сержант, кем булып һуғыштың?” – тип һораны. Мин: “120-се полк минометының иҫәп командиры!” – тинем. Партияла булыу-булмауым тураһында белеште. 1943 йылдан ағза икәнемде әйткәс: “Гвардия лейтенанты, өлкән сержантты иҫәп командиры итеп ҡуйығыҙ!” – тигән фарман бирҙе. Ошо көндән алып мин 55-се гвардия танк бригадаһы Ҡыҙыл байраҡлы Суворов һәм Богдан Хмельницкий орденлы 55-се Ленин орденлы Васильков гвардия танк бригадаһы полкында Берлинды штурмлауҙа ҡатнаштым.
1-се Украина фронты һөжүмгә күсте. Радомышль-Брусилов участкаһында 3-сө танк бригадаһының командиры Павел Семен улы Рыбалко булды. Берлин янындағы һуғыш шул хәтлем ҡаты барҙы. Беҙҙең бригада Сталиндың “ҡаланы союздаштарһыҙ, үҙебеҙҙең көс менән, алырға” тигән бойороғон үтәргә тейеш ине.
Карпат тауы бейеклеген үткәндән һуң, һуғыш башланып китте. Танктар ут асты. Эре пулеметтан пуля яуҙыралар. Немецтар тырым-тырағай ҡаса, уларҙы танк менән эҙәрлекләйҙәр. 9 майҙа, таңғы сәғәт 4-тә, Прагаға яҡынлаштыҡ. Беҙгә ике сәғәт ваҡыт бирҙеләр. Яңы кейемдәрҙе кейеп, орден-миҙалдарҙы тәртипкә килтерергә тигән бойороҡ булды.
Киске сәғәт 5-тәр тирәһе ине. Полк командиры Драгунский үҙенең танкы өҫтөнә менеп баҫты ла: “Һалдаттарым! Бөркөттәрем минең! Кеҫәләрәгеҙҙән блокноттарығыҙҙы һәм ҡәләмдәрегеҙҙе сығарығыҙ! Ҡатындарығыҙға, балаларығыҙға, атай-әсәйҙәрегеҙгә “Мин иҫән-һаумын!” тип яҙығыҙ! Германия капитуляция иғлан итте, һуғыш бөттө!” – тип күҙ йәштәрен һөрттө. Беҙ, һалдаттар, ҡыуаныстан илашабыҙ. Украин һалдаты: “Бисәмде, ике баламды немецтар атып үлтерҙе”, – тип илай... Шул саҡ совет автоматтары залп бирҙе... 53-сө танк полкы командирына, Драгунскийға һәм күп кенә танкистарға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһында Сталиндың бойороғо яңғыраны. Кисен асыҡ яланда һалдаттарҙың, танкистарҙың, артиллеристарҙың, зенитсыларҙың, саперҙарҙың һәм минометсыларҙың байрамы башланды. Иртәгәһенә тыныслыҡ таңы тыуҙы.
Илнар ИШЕМҒОЛОВ