Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы геройы, фашистарға ҡаршы ҡораллы хәрәкәт ойоштороусы, “Бейек Татр” исемле партизан отрядының легендар командиры, күренекле мөғәллим, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың мәғариф отличнигы Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллиндың тыуыуына 100 йыл тулды.
Герой-партизан – Мәсетле районының гүзәл Әй буйында ултырған Һөләймән ауылы егете. Күп балалы ғаиләлә үҫкән тырыш үҫмер, йәйәү йөрөп, ул заманда был тирәлә берҙән-бер урта белем биргән, беҙҙең яҡтың бик күп данлыҡлы кешеләренең иңенә ҡанат ҡуйған Ләмәҙтамаҡ ауылы мәктәбендә белем ала һәм уны алтын миҙалға тамамлай. Шундай ауыр осорҙа, күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа, ҡарлы-боҙло ямғыр аҫтында бер нисә саҡрым ара үтеп уҡырға йөрөүе һәм мәктәпте “бишле” билдәһенә генә тамамлауы – үҙе үк маҡтауға лайыҡ күренеш. Үкенескә ҡаршы, миҙаллы егетте ҙур ҡалаға уҡырға ебәрергә туғыҙ бала тәрбиәләгән колхозсы ғаиләһенең хәленән килмәй. Шулай итеп, Вафа Әхмәҙуллин, 1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алынғансы, туған мәктәбендә балалар уҡыта.
Башҡорт егете украин ҡалаһы Каменец-Подольскиҙа артиллерия полкында батарея элемтәсеһе булып хеҙмәт итеп йөрөгәндә, фашист Германияһының Совет иленә һөжүм итеүе хаҡында ишетә. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк Вафа яуҙаштары менән ике мәртәбә ҡамауға эләгә. Уны йырып сығып, тәүҙә ябай һалдат, ә аҙаҡ Украиналағы партизан отрядының взвод командиры булып китә. Был отряд үҙәк менән тығыҙ бәйләнеш тота, ә Вафа партизандар араһында бик ҡатмарлы заданиелар үтәргә йөрөгән, ҡыйыу разведчик булып таныла. Тап шуға күрәлер, 1943 йылдың көҙөндә уны Украинала урынлашҡан партизандар хәрәкәтенең штабына ебәрәләр, ул бында разведчиктарҙың махсус курсын үтә.
Һуғыштың тәүге көндәренән алғы һыҙыҡта булып, ярайһы тәжрибә туплаған Вафа отрядтың командиры булып китә. Уларҙан тыш, партизан отрядының төп көсөн тәшкил иткән кешеләр араһында чех, словак патриоттары була. Тик көстәр тигеҙ булмай, оккупанттарға ҡаршы баш күтәреүселәрҙе баҫтырыу өсөн хатта СС частары ебәрелә. Халыҡ көрәште дауам итеү маҡсатында башҡа төрлө юлдар эҙләй, партизан отрядтары ойоштора. Уларҙың береһен мәғрур тау исеме менән “Бейек Татр” тип атайҙар. Партизандар “лейтенант Василий” тип мөрәжәғәт иткән командир отрядта ныҡлы тәртип урынлаштыра.
Отряд көндән-көн ҙурая. Лейтенант Василий-Вафа урындағы словак крәҫтиәндәре араһында ышаныслы, таянырҙай кешеләр эҙләй, сөнки тауҙарҙа ҡыш сығып, дошман ғәскәренә ҡаршы алышыу халыҡ ярҙамынан тыш мөмкин булмай. Ул поляк партизандары менән дә бәйләнешкә инә, отрядҡа файҙа килтерерҙәй тәжрибәле биш партизан уның отрядына ҡушыла.
Тик гестапо ла йоҡлап ятмай: “Бейек Татр” отряды командирының портреты төшөрөлгән листовкалар Словакияның ауыл-ҡалаларында кеше күрерҙәй урындарҙа йәбештерелә, лейтенант Василийҙың “башына” 4 мең крона хаҡ ҡуйыла.
1945 йылдың 22 ғинуарында Штефаник исемле партизан бригадаһы командиры иғлан иткән шундай бойороҡ тарихта ҡалған: «...немецтарға ойошҡан рәүештә ҡаршылыҡ күрһәтеү маҡсатында “Бейек Татр” отряды базаһында партизандар полкы төҙөргә. Полк командиры итеп Әхмәҙуллин Василий Мостафа улын тәғәйенләргә...”
Полкта 280 кеше иҫәпләнә. Партизандарҙы юҡ итергә ғинуар-февраль айҙарында фронттан вермахтың өс полкы ебәрелә. Февраль аҙағында Гиби ауылы янында лейтенант Василийҙың һәм Ҡыҙыл Армия составына ингән генерал Слобода чехословак корпусының частары ҡушыла.
Беренсе Украина фронты партизандар штабы хәбәр итеүенсә, “Бейек Татр” отряды ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йәмғеһе 36 мәртәбә төрлө операцияларҙы башҡарып сыға, 626 фашист һалдатын һәм офицерын юҡ итә, ике самолет, дүрт танк, биш бронетранспортер, 29 йөк һәм еңел машина, 11 орудие һәм биш минометты яндыра, немец штабын, биш күперҙе юҡ итә.
Беҙҙең яҡташҡа Украинаның Ужгород өлкәһендә урманда ҡасып йөрөгән бандеровсыларға ҡаршы ла алышырға тура килә. Егеттең һәләттәрен белгән етәкселәр уны хәрби һөнәр алырға өндәй, тик ул тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. Йәнтөйәгенә ҡайтып, Мәсетле районының Ҡорғат ауылында уҡытып йөрөгәнендә башланғыс кластар уҡытыусыһы Флүрә менән ғаилә ҡороп, тыныс ҡына донъя көтә башлай. Артабан Мәсәғүт педагогия техникумын, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.
Башҡорт халҡына хас тыйнаҡлыҡ, баҫалҡылыҡ, үҙ-үҙен әллә кемгә ҡуймау кеүек сифаттар барыһы ла герой яҡташыбыҙҙа асыҡ сағыла ине. Ул үҙенең һуғыш ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары хаҡында һөйләп бармай, дан дауламай, ә дан, урау-урау юлдар үтеп, уның үҙен эҙләп таба.
Ҡасандыр иңгә-иң терәп алышҡан яуҙаштары уны оҙаҡ эҙләй, сөнки улар белгән лейтенант Василийҙың ысынбарлыҡта башҡорт егете Вафа Әхмәҙуллин булыуы хәлде ҡатмарлаштыра. Шулай итеп, 1966 йылда ғына Мәсетле районы хәрби комиссары, майор Д.Ә. Сәғитов Вафа Әхмәҙуллинға Чехословакия Республикаһы президенты исеменән “Чехословакия тәреһе”н, “Батырлыҡ өсөн” миҙалын, “Словак ҡораллы баш күтәреүенә − 20 йыл” һәм “Чехословакия партизаны” наградаларын тапшыра.
Геройға саҡырыу хаттары яуа башлай. Һуңғы мәртәбә ул көрәштәш дуҫтары янында 1986 йылда була. Тыуған ерендә уны данлыҡлы уҡытыусы тип белһәләр, бейек Татр тауҙары буйындағы илдә ул – ҡурҡыу белмәҫ батыр һалдат, ҡыйыу командир.
Словак философы, яҙыусы Ладислав Беньо Ләмәҙтамаҡ клубында үткән осрашыуҙа яуҙашы хаҡында “Командирым бик аҡыллы, белемле, аҙ һүҙле, талапсан һәм йәш кеше ине” тигән һүҙҙәр әйтә. Һуғыштан һуң ул “Высокие Татры” в боях за свободу” тигән китапҡа партизан отряды хаҡында бер бүлекте индерә.
Вафа Мостафа улының элекке уҡыусылары менән әңгәмәләшкәндә шуны асыҡланым, балалар үҙ-ара уны “Партизан” тип йөрөткән икән. Йәшерен-батырыны юҡ, мәктәптә уҡығанда уҡытыусыларға яратып та, яратмай ҙа шулай исем ҡушабыҙ, ә бына Вафа ағайҙың исеме есеменә тура килә, ысынлап та, ул ғүмере буйы алғы һыҙыҡта үҙ-үҙенә талапсан партизан булып ҡалған.
Шуныһы үкенесле: илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн көрәшкән һалдаттарҙың батырлығы улар үҙҙәре иҫән саҡта бик үк юғары баһа алманы. Әй буйының ҡыйыу егетенең тыуыуына 100 йыл тулған көндәрҙә тыуған төйәгендә уның яҡты хәтеренә арналған изге урын булдырылһа, йәғни геройҙың үҙе кеүек талапсан оҫта ҡойған һәйкәле ҡуйылһа, был изге эш халыҡ тарафынан хуплап ҡаршы алыныр ине. Ул һәйкәл киләсәк быуынға батыр яҡташыбыҙ – “Бейек Татр” командиры Вафа Мостафа улы Әхмәҙуллин хаҡында һөйләр ине.
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА
Мәсетле районы.