Күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән сәскәләр һалыуҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Алексей Анатольевич Касьянов, Башҡортостан Республикаһы Премьер министрының беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
81 йыл элек 22 июндә иртәнге сәғәт дүрттә фашистик Германия Советтар Союзына һөжүм итә һәм кешелек тарихындағы ҡан ҡойошло Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Әллә күпме ғүмерҙәрҙе өҙгән, яҙмыштарҙы емергән был һуғыш 1418 көн һәм төнгә һуҙыла, илебеҙ унда 27 миллион кешеһен юғалта.
Был һуғышҡа байтаҡ йылдар үтеп, тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, еңеү һалдаттарының батырлығы онотолмай.
Һуғыш барған урындарҙа эҙәрмәндәр тарафынан табылған һәләк булған яугирҙарҙың документтарын, шәхси әйберҙәрен туғандарына тапшырыу ҙа сараның тулҡынландырғыс мәле булды. Еңеү һалдаттары бер минутлыҡ тынлыҡ менән хәтергә алынды.
Автор фотолары.