Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
16 Апрель 2020, 13:15

Еңеү көнөн ҡаршылайым тигәндә...

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы һирәгәйеүен дауам итә. Кисә тағы ла бер яугир баҡыйлыҡҡа күсте.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары сафы һирәгәйеүен дауам итә. Кисә тағы ла бер яугир – Зөфәр Зәғәфуран улы Рәжетдинов баҡыйлыҡҡа күсте.
Зөфәр Рәжетдинов 1927 йылдың 14 майында Салауат районының Таймый ауылында тыуған. Уға 14 йәш булғанда һуғыш башлана. Тиҫтерҙәре кеүек уға ла бик иртә балалыҡтан сығырға тура килә.
Һуғышҡа алына, унда ҡаты яраланып, икенсе төркөм инвалиды була. Шулай булһа ла, яугир артабанғы тормошон тыуған илгә хеҙмәт итеүгә бағышлай. 1950 йылда Һыратыу хәрби училищеһын тамамлай һәм эске ғәскәрҙәр сафында хеҙмәтен дауам итә. 1983 йылда полковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға китә.
Зөфәр Зәғәфуран улы бер саҡта ла погонына тап төшөрмәй, намыҫлы хеҙмәт итә. Гел генә: “Бер ҡабул иткән ҡарарыма ла үкенмәнем”, – ти торған була.

Ул ғаиләһендә абруйлы атай була. Балалары ла атаһының юлын дауам итә: улы Олег инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, ҡыҙы Светлана Эске эштәр министрлығының медик-санитар өлкәһендә эшләй.
Фронтовиктың наградалары ла күп. Улар араһында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, Жуков миҙалдары бар.
Ветеранды бөгөн һуңғы юлға оҙаталар, Сергиевский зыяратында ерләйҙәр.
Бәхил бул, яугир!
Фото: “Бәйләнештә” сайтынан.
Читайте нас в