Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
11 Май 2020, 22:10

Ибрай ҡаһарманына - оло ихтирам һәм хөрмәт

Әлшәйҙән Зәғифә Миңлеғәли ҡыҙы Ғәзизова Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Байраҡлы авиация полкында илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән.

Хәбәр итеүебеҙсә, 9 Май - Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы көнөндә бик күп матур саралар уҙҙы. Ветерандарҙы бергә йыйып ҡотлау форсаты булмаһа ла, һәр район үҙенең биләмәһендәге өлкәндәргә хөрмәт күрһәтергә, ҙур иғтибар бүлергә тырышты.

Әлшәй районында әле алты Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Изге байрам көнөндә райондың мәҙәниәт йорто артистары бригадаһы баннерҙар менән биҙәлгән махсус машинала барыһының да йорто алдында сағыу тамаша - театрлаштырылған концерт менән сығыш яһаны.

Ибрай ауылында 75 йыллыҡты Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Байраҡлы авиация полкында илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән Зәғифә Миңлеғәли ҡыҙы Ғәзизова ла ҡаршыланы. 95 йәшлек ветеранды байрам айҡанлы район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре йортона килеп ҡотланы, иҫтәлекле бүләктәр, күстәнәстәр бирҙе.

Урындағы сәхнә йондоҙҙары ветерандың йорто ҡаршыһында сәхнә ҡороп, матур тамаша ойошторҙо. Дәртле йыр-бейеүҙәр менән барлыҡ ауыл халҡын да ҡыуандырҙы улар. Был изге байрам менән ҡотларға ветерандың балалары ла килгәйне. Тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө, йәшәү йәме бүләк иткән яугирәгә ысын йөрәктән рәхмәт һүҙҙәре яуҙы был көндә.
Фото: Әлшәй районы хакимиәте.
Читайте нас в