Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

“Беҙ күргәнде ҡабат күрергә яҙмаһын...”

Дәүерҙәр ағышында – кеше яҙмышы.

Һәр дәүер үҙенең сәйәсәте, йәшәү рәүеше, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәте, аң-белемгә ынтылышы менән халыҡ күңелендә генә түгел, тарих биттәрендә лә ҡала.


Был яҙмамда мин үткән быуаттарҙағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының әсе яҙмышы, ауылыбыҙ Туйөмбәттә ғүмер кисергән, бөтә булмышын хеҙмәткә бағышлаған, балалар үҫтергән, хәсрәттең иң ҡатыһын башынан үткәргән Вәспиямал инәй тураһында яҙмаҡсы булдым. Әлбиттә, уның яҙмышы ошо замандарҙа йәшәгән меңәрләгән ҡатын-ҡыҙ яҙмышына һыу тамсыһылай оҡшаш.


Ҡайғыһын эш менән баҫа


Беҙҙең Туйөмбәт (Байулы халыҡ телендә) – Эйек йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан ҙур бул­маған ыҡсым ғына бер ауыл. Эйек буйының туғайҙары, шау сәскәгә күмелгән сабынлыҡтары, яҙын йәштәр йыйылып уйнай торған Көршөк тауы, хозур Бүләк урманы менән күптәрҙе һоҡландыра торғайны ул. Халҡы ла эшкә бөтмөр, татыу, әүәлдән сабырлыҡ менән донъя көткән.
Күршелә ҡасандыр Туйөмбәттән айырылып сығып, яңы нигеҙ һалын­ған Айһай-Мөрсәләй тигән ауыл бар. Ара ике саҡрым ғына, бер ырыу – Бөрйән ырыуы халҡы ғүмер буйы шунда бергә көн итә. Рево­люцияға тиклем бына ошо Айһай-Мөрсәләй мәсетендә иҫке ҡараш­лы, бер кемгә лә белем алырға ирек бирмәгән, үҙ балаларын да уҡытмаған Айный мулла, Вәспи­ямал инәйҙең атаһы, йәшәй. Шуға ла ҡыҙы Вәспиямалды 12 йәше тулыу менән Туйөмбәт ауылында ҡатыны үлгән Зәйнулла исемле кешегә һатып ебәрә.
Вәспиямал инәй атаһы тураһын­да: “Хәҙер атайым иҫән булһа, тетмәһен тетер инем. Ул бит беҙгә китап тоторға ла ҡушманы, күлдәк­тәребеҙҙе лә тоҡ рәүешендә тектереп кейҙерер ине, гел шәл, яулыҡ ябынып, бәләкәйҙән ыҙа сиктек. Хәҙерге ҡупшы, зауыҡ менән кейенгән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарайым да, йәш ғүмерем иҫемә төшөп, күңелем тула”, – тип һөйләр ине беҙҙең кеүек йәш-елкенсәккә.
Етмәһә, Зәйнулла ҡарттың тома һуҡыр әсәһен дә, зәғиф энеһен дә тәрбиәләргә тура килә ошо 12 йәш­лек кенә ҡыҙға. Ире тәү ҡарашҡа бик ҡаты, уҫал кеше булып күренһә лә, уның асыҡ йөҙлө, йор һүҙле, ауылдағы етешһеҙлектәрҙе күреп, көләмәстәр, таҡмаҡтар сығарыу оҫтаһы булыуын һөйләйҙәр.
Зәйнулла ҡарт үҙ көсө менән донъя көтә. Байтаҡ ҡына бергә йәшәгәндән һуң, Вәспиямал иренә Ибраһим һәм Ҡорбанғәле исемле ике ул бүләк итә. Үкенескә ҡаршы, атайҙары улдарының егет ҡорона ингәнен күрә алмай вафат була. Йәш ҡатын 1921 йылғы аслыҡта ла, унан һуң да балаларын хур итмәй, үҙенә белем алыу эләк­мәгәс, уларҙы уҡытырға тырыша. Улы Ибраһим – дүрт, Ҡорбанғәле ете класты тамамлай. Ул осорҙа бындай егеттәр белемле булып иҫәпләнгән.
Ошо осорҙа Туйөмбәт ауылы ярлылары һәм урта хәллеләре хужалыҡ эштәрен бергәләшеп башҡара башлай, халыҡ берләшә.

Вәспиямал инәй, яңғыҙ донъя көтөүҙән арып, Яманболаҡ яғында (хәҙерге Ейәнсура районы) бер буйҙаҡ ирҙең үҙенә ҡатын эҙлә­гәнен ишетеп ҡала ла, ат егеп, уны эҙләп китә һәм Ислам исемле олпат кәүҙәле, асыҡ йөҙлө ирҙе ауылға алып ҡайта. Матур, татыу донъя көтә башлайҙар.
Үкенескә күрә, ашлыҡ өлгөргән, бөтә халыҡ баҫыуҙа, ырҙында мәж килеп эшләгәндә, Ислам олатай бәләгә тарый. Эҫкерт башынан төшкәндә кемдеңдер үргә ҡаратып һөйәгән өс саталы һәнәгенә ҡаҙалып һәләк була. Был ҡайғыны Вәспиямал инәй ауыр кисерә. Шулай ҙа, үҙе теләп, ире урынына эҫкерт башына баҫырға көс таба. Уның хужалыҡта ҡулы теймәгән эше ҡалмай – бесән саба, кәбән ҡоя, ураҡ ура, көлтә бәйләй, бер кемде лә алдына сығармай. Күрәһең, ҡайғыһын эш менән баҫҡандыр.


“Әсәйемә әйтмә...”


Йылдар үтә тора. Ибраһимы әсәһе кеүек йылғыр, сос егет булып үҫә, Ҡорбанғәле лә ағаһынан ҡа­лышмай. Комсомолға инеп, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашалар. 1929 йылда беренселәрҙән булып кол­хозға инәләр. Ибраһим, әсәһен ҡыуан­дырып, күрше ҡыҙы Рәхилә­не кәләш итеп алып ҡайта. Колхозда бер ғаиләнән дүрт кеше эшләй башлай. Матур ғаилә булып йәшәйҙәр. Ибраһим менән Рәхилә­нең ҡыҙҙарына Зәкиә тип исем ҡушалар, ләкин 1935 йылдың октябрендә Ибраһим армияға алына һәм 1938 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Тик ул өйҙә оҙаҡ тора алмай, военкомат уны йәштәргә хәрби уйын өйрәтеү өсөн саҡыртып ала.
Көтмәгәндә фин һуғышы башлана. Ҡорбанғәле армияла хеҙмәт иткән еренән һуғышҡа эләгә, ә Ибраһимды Белоруссияға хәрби курсҡа ебәрәләр. Улар икеһе лә ауылға командир булып ҡайта. Колхозда ең һыҙғанып эшләй башлайҙар.
Ҡорбанғәле ағайҙың өйләнгәнен мин дә хәтерләйем. Суфия еңгәнең ҡыҙҙарға бәләкәй генә ҡалай һауытта кершән таратҡаны һаман да иҫемдә. Ифрат һылыу, ике ҡалын толомо бөгәренә төшөп торған, көләс йөҙлө еңгә беҙҙе әсир иткәйне.
Вәспиямал инәй ҙә бик ғорур, хәҙер ул ике киленгә ҡәйнә, бала­ларының тәрбиәһендә һәйбәт кенә йәшәй. Йәйҙең матур көндәренең береһендә “туғандарымды күреп ҡайтайым” тип ҡунаҡҡа сығып китә...
Ә 22 июндә илдә дәһшәтле һуғыш башлана. Инәйҙең улдарын хәрби лагерҙан өйҙәренә лә ҡайтарып тормайынса, 170-се уҡсылар дивизияһы составында фронтҡа ебәрәләр. Ауыл халҡы шаңҡыған хәлдә ирҙәрҙе илай-илай һуғышҡа оҙата. Ҡунаҡҡа тип киткән Вәспиямал инәй ҙә өйөнә ҡайта, ә улдары инде ут эсендә...
Һуғыштың беренсе көндәренән үк Вәспиямал инәйҙең улдарына Литва ССР-ы сигендәге Себеж ра­йо­нынан Великие Луки ҡалаһына тик­лем ҡаты һуғыштарҙа ҡатна­шыр­ға тура килә. Ошо ҡаты бәре­лештә Ҡорбанғәле ағай һәләк була, ә Ибраһим ағай яраланып госпи­талгә инә һәм 1941 йылдың 31 июлендә ҡатыны Рәхиләгә ебәргән хатында: “Мәскәүҙең бер госпи­та­лендә ятам, оҙаҡламай тағы фронт­ҡа китәм. Әсәйемә әйтмә, Ҡор­банғәле һәләк булды”, – тип яҙа.
Ибраһим ағай йәнә фронтҡа алына. Оҙаҡламай Рәхилә еңгәгә уның хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат килә. Тик был хаҡта ул ҡәйнәһенә белдермәй. Йылдар үтә, әсәй һаман уландарын көтә.
Ҡорбанғәле ағайҙың кәләше лә, бер йыл көткәндән һуң: “Ҡәйнәм, үпкәләмә, мин китәйем инде, Ҡор­банғәле ҡайтманы бит”, – тип илап хушлаша. Әммә ул ҡәйнәһенең хәлен һәр ваҡыт килеп белешеп тора, ирен көтөп, кейәүгә сыҡмай ҡартая.
Ибраһим ағайҙың ҡыҙы Зәкиә буй еткерә. 10-сы класты тамамлай, кейәүгә сыға. Ике бала үҫте­реп, матур ғына йәшәп ятҡанда ва­фат булып ҡала. Ҡыҙының ире, ике бәләкәй балаһын ҡарауҙан баш тартып, Вәспиямал инәй менән Рәхилә еңгәгә ҡалдырып сығып китә...


Сабырлыҡ бирһен


Оло йәштә булһа ла, инәй бөтә тирә-яҡ халҡына ҡупшы итеп ситек текте, итек, ботинка йүнәтте, быйма табанланы. Колхозда тоҡ ямау эшен дә уға ҡуштылар, ә яҙын-көҙөн һарыҡ ҡырҡыу эшенән бушатманылар.
Бер күреп һөйләшеп ултырырға тура килгәндә, ул һаман балаларын көтөүен әйтте. “Инәй, инде көтмә­һәң дә ярар, тыныслан”, тигәс, ул: “Юҡ, улар бына-бына ҡайтып тө­шөрҙәр кеүек. Етмәһә, Ибраһи­мымды төшөмдә күрҙем, ат менән һабан һөрә, имеш. Бураҙнаһы тәрән, ул юл була”, – тип яуапланы. “Киленем Рәхиләгә донъя көтөүе ауыр”, – тип, олоғайһа ла, колхозда эшләүен дауам итте. 46 йыл эшләп, пенсияһының бәләкәй булыуына аптырай торғайны.
Вәспиямал инәй – 85, Рәхилә еңгә 65 йәшкә етеп донъя ҡуйҙы. Ҡәйнәһе вафат булғас, Рәхилә еңгә ҡыҙының ике етем балаһын ҡара­ны, ләкин уларҙы донъя көтөрҙәй йәшкә еткерә алмайынса, үҙе лә вафат булды. Разия менән Вәкил, үкһеҙ етем ҡалып, бер-береһенә терәк булып йәшәне.

Еңел тормош эләкмәне уларға. Разия Салауат ҡалаһында эшкә урынлаша, ғаилә ҡора. Туйөмбәттә ҡартатаһының нигеҙен һаҡлап ҡал­ған энеһе Вәкилгә ҡулдан килгәнсә төрлөсә ярҙам итә, ҡус­тыһын өйләндерә. Оло ҡартатаһы Зәйнул­ланан ҡалған емерек өйҙә ошоға тиклем йәшәп, ҙур ауыр­лыҡ­тар менән йорт һалып сыҡты. Ауылда хәҙер эш юҡ, нисек ­яраҡ­лаша ала, шулай йәшәргә мәжбүр халыҡ. “Һинең ҡартатайың ил именлеге өсөн башын һалған”, – тип берәү ҙә ярҙам ҡулы һуҙманы уларға.
Быйыл һуғыш башланыуға – 80, Бөйөк Еңеүгә – 76 йыл. Ә һуғыш ҡал­дыр­ған хәтирәләр һәм эҙем­тәләр яугирҙәрҙең ейән-ейәнсәр­ҙәре, бүлә-бүләсәләре тормошонда йәшәүен дауам итә.
Инде һуғыш булмаһын. Илгә татыулыҡ, халыҡҡа сабырлыҡ, етәкселәргә аҡыл бирһен Хоҙай! Беҙ күргәнде ҡабат күрергә яҙмаһын.