Бөтә яңылыҡтар

Милли музейҙа яңы күргәҙмә залы асылды

Ул ҙурлығы, экспонаттарының үҙенсәлеге менән иғтибарҙы йәлеп итә.

Башҡортостандың Милли музейында Бөйөк Ватан һуғышына арналған яңы күргәҙмә залын асыу тантанаһы үтте.
Сарала Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы вәкиле Ирек Иманғалин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, Башҡортостандағы ветерандар советы рәйесе Валерий Шәрипов, Башҡортостан ветерандары комитеты рәйесе Владимир Попов, музей хеҙмәткәрҙәре, журналистар ҡатнашты.
Ирек Иманғалин Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының ауыр әммә фиҙакәр булыуын, Башҡортостандан 700 меңдән ашыу һалдаттың яуҙа ҡатнашыуын, һуғыш һулышының һәр ғаиләгә ҡағылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Күргәҙмә залы күп кешене, айырыуса йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыр тип ышанам”, - тине ул.
Ғәлим Яҡупов милли музейға һәм уның филиалдарына 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемдәре тупланған китап-белешмә һәм Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәләк булған еренән алынған тупраҡ һалынған тубустар бүләк итте.
“Шайморатовсылар” китабында 2700 яугирҙең исемдәре ингән, әле был эш тамамланды тигәнде аңлатмай. Сафтар тулылана, китаптың икенсе өлөшө лә донъя күрәсәк”, - тине ул.
Башҡортостан ветерандары советы рәйесе Валерий Шәрипов Советтар Союзы, Рәсәй геройҙарының исемдәрен мәңгеләштереүҙең эш барышы, бында музейҙың роле хаҡында һөйләне, рәхмәт әйтте.
Башҡортостандың ветерандар комитеты рәйесе Владимир Попов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нисек Рәсәйгә, Башҡортостанға ауыр булыуын, шулай ҙа республикабыҙ был ауырлыҡты лайыҡлы үтеүен билдәләне.
Былтыр музейға Миңлеғәле Шайморатовтың йондоҙо тапшырылһа, быйыл Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға Милли музейҙа яңы күргәҙмә залы асылды.
Ул ҙурлығы һәм үҙенсәлекле экспонаттарға бай булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Милли музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре Антон Фокин уның буйлап экскурсия ойошторҙо, һәр стелла, һәр экспонат менән яҡындан таныштырҙы. Бында Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшөнә бәйле күп мәғлүмәт тупланған, ошоноң менән ул йәш быуын өсөн әһәмиәтле.
Автор фотоһы.