Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә поезд туҡталды

“Беҙ – ил Армияһы! Беҙ – халыҡ Армияһы!” тигән агитацион-пропаганда акцияһы сиктәрендә Өфө тимер юл вокзалына тематик поезд килде.

“Беҙ – ил Армияһы! Беҙ – халыҡ Армияһы!” тигән агитацион-пропаганда акцияһы сиктәрендә Өфө тимер юл вокзалына тематик поезд килде. Сара Рәсәй Оборона министрлығы тарафынан ойошторолдо.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың исеменән ҡотланы, поезд туҡтаған ҡалалар араһында Өфөнөң дә булыуына шатлығын йәшермәне.
– Төп маҡсат – халыҡты берләштереү, айырыуса йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, – тине Ирек Хәйривар улы.
Поезд баш ҡалала иртәнге сәғәт 10-дан өсөнсө яртыға хәтлем торҙо. Уны теләгән һәр кем ҡарау мөмкинлегенә эйә. Күсмә күргәҙмә составында 17 тематик вагон. “Юл хәтере”, “Бөгөнгө армия”. “Күҙгә күренмәгән дошманды еңеү” һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Тимер юл вокзалы перронында ҡунаҡтар өсөн һалдат бутҡаһы бешерелә.
Хәрби-патриотик акцияһына старт 25 апрелдә Мәскәүҙең Киев вокзалында бирелгәйне, ул 27 июндә тамамлана.
Фото: Илдар Аҡъюлов.