Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
22 Июнь , 15:50

Ленин исемендәге паркта – тантаналы митинг

Бөгөн Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәленә сәскә һалдылар.

Бөгөн, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығы айҡанлы, Өфөнөң Ленин исемендәге паркында митинг булды, Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәленә сәскә һалдылар.
Тантанала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук, Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, Башҡортостандың хәрби комиссары ярҙамсыһы Рим Мусин, республиканың Йәштәр Хөкүмәте рәйесе вазифаһын башҡарыусы Алексей Прокофьев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова һәм башҡалар ҡатнашты.
Сараға һәләк булған яугир Филипп Швырковтың бүләһе Михаил Сорокин һәм ейәнсәре Любовь Сорокина, Ватан өсөн ҡорбан булған йәнә бер ҡаһарман яугир Николай Семинищевтың ҡыҙҙары Анна Панова һәм Любовь Петрова килгәйне. Уларға тыуған яҡтарында ерләү өсөн һәләк булған ҡыҙылармеецтарҙың һөлдәһен тапшырҙылар.
Митингта шулай уҡ хәрби-ватансылыҡ клубтарында тәрбиәләнеүселәр, кадеттар, курсанттар, эҙәрмән отрядтары ағзалары, балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Фото: vk.com