Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
22 Июнь , 09:15

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Башҡортостан кешеләре "Хәтер шәме" акцияһына ҡушыла.

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә республика кешеләре Бөтә Рәсәй “Хәтер шәме” акцияһында ҡатнашты. Ул Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арнала.
Бөгөн иртәнге 4 сәғәттә Еңеү паркындағы Мәңгелек ут янында ойошторолған акцияға шәмдәр һәм сәскәләр тотоп Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, Башҡортостанда эҙәрмәндәр хәрәкәте етәксеһе Владмир Волков, Хәрби комиссариат вәкилдәре, ветеран ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре, юнармейцтар һәм битараф булмаған ҡала кешеләре ҡушылды.
1941 йылдың 22 июнь иртәһе илебеҙҙә йәшәгән бөтә кешеләрҙең тормошон баштан аяҡҡа түңкәрҙе. Бөгөн беҙ был датаны Хәтер һәм ҡайғы көнө тип беләбеҙ, ә ата-бабаларыбыҙ һуғыш башланған көн тип хәтерләй. Акцияла ҡатнашҡан кешеләр шәмдәрҙән “1418” тигән һанды төҙөгән. Тап шунса көн беҙҙең олатайҙар һәм ҡартатайҙар Еңеү яулағансы һуғыша.
“Хәтер шәме” акцияһында һәр кем ҡатнаша һәм Ватаныбыҙ өсөн башын һалғандарҙың изге иҫтәлеген хөрмәтләй ала. Үҙеңдең “Хәтер шәмен” деньпамяти.рф сайтында “тоҡандырырға” була.