Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
22 Июнь , 17:00

Әсәйҙең васыятын үтәнек

Һуғыш бөткәс улын көтөп ала алмаған өләсәйем хәрби комиссариатҡа бара. Уға улың хәбәрһеҙ юғалған тип яҙып бирәләр. Өләсәйемдең ҡайғырып күп илауҙан күҙе һуҡырая...

Высота 194,0 “Огурец”. Был ҡалҡыулыҡ тураһында бик һирәктәр генә беләлер. Мин үҙем дә был турала ишеткәнем дә, уҡығаным да, киноларҙа ла күргәнем юҡ ине. Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған олатайымды эҙләгәндә барып юлыҡтыҡ беҙ был “огурецҡа”.
Еңеүҙең илле йыллығына Хәтер китабы сығарғанда, уйламағанда олатайым тураһында белешмә килеп сыҡты. Унда Мөхәмәтшин Ғәлиулла Хәйрулла улы 1942 йылдың 16 октябрендә Курск өлкәһе Кадабино ауылында ерләнгән тип яҙылғайны. Гөлнәзирә һеңлем редакцияла эшләгәндә, Хәтер китабын сығарыуҙа ҡатнашмаһа, был турала, бәлки, белмәй ҙә ҡалыр инек. Замандар үҙгәреп, интернет селтәре күп мөмкинлектәр асҡас, олатайымды эҙләй башланыҡ. Курск өлкәһе Кадабино ауылын картала эҙләп таба алманыҡ, Курск өлкәһенә хат яҙҙыҡ. Тик яуап булманы. Шунан олатай һуғышҡан 13-се армия 132-се уҡсы дивизияның һуғыш юлын эҙләнек. Был дивизия тураһында 1942 йылдың авгусына тиклем мәғлүмәт бар. Унан һуң 1943 йылдың ғинуарынан ғына башлана. Ә ошо арауыҡтағы мәғлүмәт бер ҡайҙа ла юҡ. Беҙҙең олатай 1942 йылдың октябрендә һәләк булған. Интернеттан эҙләй торғас, бер ветерандың “132-я дивизия воевала на высоте “Огурец” тигән яҙмаһына юлыҡтыҡ. Шунан “Огурец” бейеклеге тураһында мәғлүмәтте эҙләй башланыҡ, “Высота “Огурец” Ломигоры“ тигән сайтҡа хат ебәрҙек. Һәм беҙгә яуап килде.
Липецк ҡалаһынан “Неунываки экспедиция клубы” эҙәрмәндәре олатайҙың ерләнгән урынын табып: “Мухаметшин Галиулла погиб в бою за высоту “Огурец”, похоронен в одной из братских могил. Первичное захоронение в Курской области Задонском районе д. Калабино (Кадабино түгел, ауылдың исеме яңылыш яҙылған булған), высота 202,5 южные скаты” тигән ҡағыҙ, уның исеме яҙылған обелисктың фотоһын, архивта һаҡланған һәләк булған һалдаттарҙың исемлегенең күсермәһен ебәрҙе.
194,0 һаны менән билдәләнгән “Огурец” бейеклеге Курск, Липецк, Орлов өлкәләре ҡушылған ерҙә Ломигоры ауылында урынлашҡан. Йәшелсә исемен карталағы билдәләнеше буйынса ҡыярҙы хәтерләткәнгә күрә алған.
1941 йылдың декабренән 1943 йылдың ғинуарына тиклем был бейеклек өсөн бик ҡаты һуғыштар бара. 1942 йылдың 3 июлендә бейеклек немецтар ҡулына күсә. Кире тартып алырға тырышыу һөҙөмтә бирмәй. Фашистар бында көслө оборона булдыра.
15-се уҡсы дивизияһы 1942 йылдың 13, 20, 22, 27 июлендә бейеклекте алырға тырышып ҡарай. 5 августағы штурмлау ҙа уңышһыҙ тамамлана. Ике ай эсендә бөтәһе 1000 һалдат һәм командир һәләк була. Армия командующийы штурмды туҡтатырға бойороҡ бирә. Һәм бында һуғыштар алып барған 15-се уҡсы дивизияһы фронттың икенсе урынына күсерелә. Уның урынына 132-се уҡсы дивизия килә.
Бына ошо 13-сө армияның 132-се уҡсы дивизияһында һуғыша ла инде минең олатайым - әсәйем Кәримова Хәкимәнең бер туған ағаһы.
Олатайым Мөхәмәтшин Ғәлиулла Хәйрулла улы 1908 йылда Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында тыуған. Ошо ауылда егет ҡорона етеп, Ғәлимә исемле ҡыҙға өйләнә. 1933 йылда йәш кәләше, әсәһе Хәмиҙә һәм һеңлеһе Хәкимә менән Икенсе Этҡол урман хужалығының Мырҙый бүлексәһенә күсәләр. Бында улар ҡатыны менән урман ҡырҡыуҙа эшләй.
Һуғыш башланғанын ишеткәс, бер төркөм урмансылар ауылдарына ҡайтмай тура Этҡолға контораға киләләр. Һуғышҡа ебәрә ҡалһалар, эш хаҡы алып, ғаиләләренә ҡалдырып китеү була уйҙары. Әммә уларҙы шунда уҡ Баймаҡ хәрби комиссариатына оҙаталар. Ғаиләләре менән хушлашырға ла өлгөрмәйҙәр. Улым һуғышҡа китеп барһа тип сохари киптергән әсәһе бик ҡайғыра. Олатайым тәүҙә Сыбаркүлдә хеҙмәт армияһында була. Ошонан ул туғандары бәхетенә бер нисә көнгә ҡайтып китә. Шунан һуң ул 13-се армияның 132-се уҡсы дивизияһына эләгә. Һәм 1942 йылдың йәйендә һуғышҡа инә. Алыҫ яҡтарҙан бер генә хаты килә. Унда ул үҙенең пулеметсы булыуы тураһында яҙа. “Пулеметсыларҙы иң беренсе бөтөрәләр тиҙәр. Берәй хәл була ҡалһа тип патрон эсенә адресыбыҙҙы яҙып һалабыҙ”, - тигән һүҙҙәрен өләсәйем бик ауыр кисерә. Үкенескә уның ғәрәп телендә яҙылған өсмөйөшлө хаттары һаҡланмаған.
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда олатайым һуғышҡан 132-се дивизияның ике полкы 4 сентябрҙә “Огурец” бейеклеген штурмлап ҡарай, тик бейеклекте ала алмай. Ул көндө 341 кеше һәләк була. 13-енән 14-нә ҡараған төндә 892 кешенән торған көсәйтелгән батальон артиллерия һәм танкылар ярҙамында бейеклеккә һөжүм итә. Бер рота командирының ҡурҡаҡлығы арҡаһында отряд 60 процент юғалтыу кисерә, шулай ҙа бейеклекте яулап алыуға өлгәшә. 14 октябрҙә фашистар дүрт тапҡыр һөжүм итә. 15 октябрҙең аҙағында беҙҙең һалдаттарға ике рота, һуңғараҡ тағы бер рота ярҙамға ебәрелә. Әммә бейеклекте һаҡлап ҡала алмайҙар. Ҡалған егерме яралы һалдат командиры менән бергә утты үҙенә саҡыра. Был һуғышта 1122 кеше һәләк була. Шулай итеп 132-се дивизия ла был ҡаулыҡты ала алмай. Бына ошо ҡаты һуғышта 16 октябрҙә һәләк булған да инде беҙҙең олатай Мөхәмәшин Ғәлиулла.
1943 йылдың 28 ғинуарында ғына ҡалҡыулыҡ беҙҙекеләр ҡулына күсә. Ошо ҡалҡыулыҡ өсөн һуғышта бөтәһе биш меңдән ашыу кеше һәләк була. Бындағы уңышһыҙлыҡ ул саҡта хурлыҡ һаналған. Шуға ла командование бейеклек өсөн барған һуғыштарҙы йәшерергә тырышҡан. Мәғлүмәттәр боҙоп күрһәтелгән. Үкенескә ҡаршы, яуҙа һәләк булған яугирҙәрҙең кәүҙәләре фашистар ҡулындағы бейеклектә ятып ҡалған. Дошман һалдаттары уларҙы бомба соҡорҙарына ташлап, өҫтәренә тупраҡ һипкәндәр. Аҙаҡтан 1943 йылда тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтҡан колхозсылар ерләнмәй ҡалған һалдаттарҙы бер урынға йыйып ерләгәндәр. Оҙаҡ йылдар ул ерҙәрҙә кеше һөйәктәре күренеп ятҡан.
Тик 1965 йылда ғына эҙәрмәндәрҙең ныҡышмалылығы арҡаһында улар ҡәҙерләп ерләнгән һәм күптәренең документтары табылып, исеме асыҡланған. 1966 йылда “Неунываки” клубы эҙәрмәндәренең көсө менән беренсе обелиск асыла. Хәҙерге көндә 194,0 «Огурец” бейеклегендәге мемориаль комплекс ике обелисктан һәм утыҙлап туғандар ҡәберлегенән тора.
Һуғыш бөткәс улын көтөп ала алмаған өләсәйем хәрби комиссариатҡа бара. Уға улың хәбәрһеҙ юғалған тип яҙып бирәләр. Өләсәйемдең ҡайғырып күп илауҙан күҙе һуҡырая. Ҡатыны Ғәлимә инәй һуғыштан һуң ун йыл көтә. Ҡәйнәһе: “Килен кейәүгә сыҡ, ҡайтмаҫ инде Ғәлиулла”, тигәс кенә икенсегә кейәүгә сыға. Әсәйебеҙ ҙә ғүмер буйы ағаһын көттө. Әгәр олатайығыҙҙың ҡәберен тапһағыҙ, барып ҡайтығыҙ, тигән васыятын ҡалдырҙы.
Бына быйыл әсәйебеҙҙең васыятын үтәргә насип булды. 9 май Еңеү көнөндә Липецк өлкәһе Волово районы Ламигоры ауылы эргәһендәге ҡалҡыулыҡта ерләнгән олатайыбыҙҙың ҡәберенә баш эйеп, тыуған тупрағын һалып, ҡәбер ташы ҡуйып ҡайттыҡ.
Алыҫ сәфәргә өс бер туған Гөлнира, Гөлнәзирә һәм мин иптәшем Айҙар барып ҡайттыҡ. Баймаҡтан иртәнсәк 7 майҙа сыҡтыҡ һәм 8 майҙа кискә барып еттек. (1800 км).
Беҙҙе Воловола алдан интернет селтәре аша танышҡан дуҫыбыҙ Наталья Ларина бик йылы ҡаршы алды.
Беҙҙе унда иң тәүҙә шул хайран ҡалдырҙы: иртәнсәк 9 майҙа һәр өйгә ҡыҙыл флаг элделәр. Сөнки унда һуғыш яраһы әле лә төҙәлмәгән. Волово районы ярты йыл оккупацияла булған. Имен ауыл ҡалмаған. Бөтә өйҙәр яндырылған. Беҙ барған Ломигоры ауылында ла тик немец комендатураһы ғына булған.
Тәүҙә район үҙәге Воловола митингыла ҡатнаштыҡ. Еңеү паркы унда иҫ киткес матур эшләнгән. Митингтан һуң Ламигоры ауылы аша утеп Огурец ҡалҡыулығына йүнәлдек... Тағы ла шул һоҡландырҙы - Ламигоры ауылында һәр өй алдында күкрәп тюльпандар сәскә ата .
Бына ул ҡалҡыулыҡ. Беҙҙе ошо ауылда йәшәгән Валентина Лысова ҡаршы алды. Валентина ауыл биләмәһе башлығы, хәҙер хаҡлы ялда. Ҡалҡыулыҡтағы туғандар ҡәберлеген (бында улар бер нисә) мемориаль комплексты тәртиптә тотоу өсөн күп көс һала.
Күҙ йәштәре аша, һаҡлыҡ менән генә ҡаты һуғыштар барған ергә аяҡ баҫабыҙ. Бында йөрәк кенә түгел, табандар ҙа яна.
Элек был ерҙә ялан булған, хәҙер ҡарағайҙар шаулай.
Валентина беҙгә олатайыбыҙ ерләнгән туғандар ҡәберлеген күрһәтте. Шул ергә ҡәбер ташы урынлаштырып, тыуған тупрағын һалдыҡ. Ошонда уҡ Күсей ауылы егете Хөснөтдинов Зәбирйәнгә лә туғандары ҡәбер ташы ҡуйған.
Митингта ҙур хөрмәт менән сәхнәгә саҡырҙылар. һөйләгәндә күҙгә йәштәр килде. Беҙҙе башҡалар ҙа тыныс тыңлай алманы. Митингтан һуң мемориалға венок һалдыҡ. Ҡалҡыулыҡҡа кеше күп килгән. Бөтәһе лә ихлас. Беҙҙең алыҫтан, Башҡортостандан килгәнде белгәс, яныбыҙға килеп һөйләшеп, һоҡланыуҙарын белдерҙеләр. “Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ”, - тине район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Пикалов.
Ҡалҡыулыҡта әле лә окоп, траншея, блиндаж урындары һаҡланып ҡалған. Фашистар беҙҙең һалаттар өҫтөнә яуҙырған бомба-снарядтарҙан һәйкәл эшләнгән.
Олатайыбыҙҙың ҡәберендә булдыҡ, әсәйебеҙҙең васыятын үтәнек. Күңелебеҙ тынысланһа ла, ниндәйҙер бер остоғо шунда ҡалды.
Гөлдәр Кәримова, Гөлнәзирә Ҡашҡарова.
Баймаҡ ҡалаһы.
(“Огурец” бейеклеге тураһында мәғлүмәттәр интернет селтәренән алынды).