Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
22 Июнь , 22:10

“Һуғыш балалары”на таныҡлыҡ тапшырҙылар

Сара Миңлеғәле Шайморатовтың йәнтөйәгендә үтте.

Башҡортостанда “Һуғыш балалары” таныҡлығын тапшырыу дауам итә. Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылы халҡына ошо почетлы документтарҙы тапшырҙы. Был ауыл Ватаныбыҙҙың данлы улы, Рәсәй Геройы, генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың йәнтөйәге. Таныҡлыҡты бөтәһе 31 ветеран алды.
Сара Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналды. Рөстәм Әхмәҙинуров район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров менән Миңлеғәле Шайморатовтың мемориалына сәскә һалды. Унан һуң тантанаға йыйылғандар яу яланында һәләк булғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды. “Бала күҙҙәре менән баҡһаң, һуғыш йөҙҙәрсә тапҡыр ҡурҡынысыраҡ, һәм күпме генә ваҡыт үтһә лә, яраларҙы төҙәтеү әмәле юҡ. Һәр ҡайһығыҙ бәхетле бала саҡтан мәхрүм ителде, һуғыш меңдәрсә сабый яҙмышын боҙҙо. Ләкин һеҙ кескәй аҙымдар менән Еңеүҙе яҡынайттығыҙ һәм беҙгә тыныс күк йөҙөн бүләк иттегеҙ”, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Сара урындағы художество үҙешмәкәрлек артистары һәм Нуриман районының “Илһам” ир-егеттәр хоры сығышы менән тамамланды.
Фото: bashkortostan.er.ru
Сығанаҡ: bashkortostan.er.ru