Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
24 Июнь , 18:45

“Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы” фильмын күрһәтәләр

Уны ҡарау өсөн кинотеатрҙарға барырға кәрәкмәй, ә ни бары...

YouTube платформаһында “Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы” фильмының премьераһы үтәсәк. Кинотаҫма баш ҡалабыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тормошона арналған.
Фильм бөгөн, йәғни 24 июнь, 19.00 сәғәттә интернет киңлектәренә сыға, шул уҡ ваҡытта “Родина” кинотеатрында уның исем туйы уҙа.
“Өфө – хеҙмәт герой-ҡалаһы” фильмы Рәсәй Президенты Гранты ярҙамында бойомға ашырылған. Документаль картина булһа ла, унда нәфис кино элементтары ла бар. Өфө халҡының тылдағы тормошон, хеҙмәтен Өфө артистары уйнай.
Рәсми премьеранан һуң таҫманы Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларында ла күрһәтәсәктәр.
Фильмға һылтанма: https://youtu.be/LuT0l-ikBhA
Фото: "Башинформ"