Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
24 Июнь 2021, 09:00

Ветеран һуғыш башланған көндө вафат булды

Уның менән бөгөн хушлашалар.

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында йәшәгән 103 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Драган Хәтер һәм ҡайғы көнөндә вафат булды.
Валентина Григорьевна Ырымбур өлкәһенең Абдулла ауылында тыуған. Уның бала сағы революция, Граждандар һуғышы, аслыҡ һәм емереклек йылдарына тура килгән. 1936 йылда Ленинградҡа барып, Плеханов исемендәге химия-технологик институтҡа уҡырға инә. Эш менән уҡыуҙы бергә алып барыу ауыр булғас, уҡыу ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн ул Герцен исемендәге Ленинград педагогия институтына өсөнсө курсҡа күсә. Унда кафедрала эшләп уҡый. Валентина Григорьевна химия уҡытыусыһы дипломын алып, йүнәлтмә буйынса эшкә китеп өлгөрмәй, һуғыш башлана. Ай ярым танкка ҡаршы окоптар ҡаҙа, ә һуңынан блокада башлана. Үҙенең Ленинградтағы тормошо тураһында китап яҙған.
Валентина Григорьевнаға ауыр шарттарҙа тере ҡалыу бәхете тейә, һуңынан уны Ладога күлендәге “Ғүмер юлы” аша Кольчугиноға оҙаталар.
1943 йылда ул летчик Федор Драганға тормошҡа сыға. Уның менән бөтә ил буйлап йөрөп сыға, ә 1961 йылда уларҙың ғаиләһе Өфөлә төпләнә. Ғилми-тикшереү институттарында, нефть техникумында эшләй. Юрий һәм Владимир исемле улдар үҫтергәндәр. Уның дүрт ейәне һәм ун бүләсәһе бар.
Валентина Драган “Ленинградты обороналау өсөн”, “Хеҙмәт ветераны”, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалары бар.
Һуғыш ветераны менән бөгөн Өфөлә Беренсе май урамы, 22-се йорт янында көндөҙгө сәғәт 11-ҙә хушлашыу була.
Фото: Башинфоорм.