Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
29 Июль , 14:30

"Атайсал" - Ишембай районында

Әлеге проекттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хәтерен мәңгеләштерә. 

"Атайсал" - Ишембай районында

Республикала сағыштырмаса күптән түгел эшләй башлаған “Атайсал” проекты үҙенең халыҡ өсөн бик файҙалы икәнлеген иҫбатлап та өлгөрҙө. Төрлө ауыл һәм ҡалаларҙа яңы объекттар барлыҡҡа килде, булғандары төҙөкләндерелде. Биләмә кәрәк-ярағы өсөн мөһим эштәр башҡарылды.

Ишембай районы ла проекттан артта ҡалмай. Бөгөн иғтибарығыҙға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуылар хәтерен мәңгеләштереүгә арналғандары тураһында һөйләмәксебеҙ.

Мәҫәлән, Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында мемориал барлыҡҡа килде. Уны “Атайсал” проекты сиктәрендә төҙөнөләр, бының өсөн 250 мең һум аҡса йыйылды. Изге эштә бар ауыл халҡы ҡатнашты. Ә башланғыстың инициаторы булып Яр-Бишҡаҙаҡ ауыл биләмәһе Советы депутаты Руслан Айытбаев менән уның атаһы, ауыл мәсете имамы  Рауил хәҙрәт Айытбаев тора.

Үрге Этҡол ауылында иһә ошо уҡ программаға ярашлы балалар һәм өлкәндәр өсөн хәрби йылдар костюмдары һатып алынды. Был кейемдә улар Бөйөк Ватан һуғышына арналған театрлаштырылған сарала ҡатнашты. Шулай уҡ ауыл клубы биләмәһен һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәлен төҙөкләндергәндәр, ветерандарға бүләктәр алғандар.

Был проект башында Үрге Этҡол ауылында тыуып үҫкән, әле Өфөлә 1-се Республика наркология диспансеры баш табибы Руслан Арыҫланов тора. Проектты тормошҡа ашырыуға Этҡол ауылы хакимиәте ҙур ярҙам күрһәткән.

Фото: Инстаграм. 

Автор:Альфия Мингалиева