Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
29 Июль , 14:00

Өфөгә “Еңеү поезы” килә

Поезда урынлашҡан экспозицияны Өфөнөң тимер юл вокзалында ҡарарға була.

Өфөгә “Еңеү поезы” килә

31 июлдән 2 авгусҡа тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһына “Еңеү поезы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фән” үҙенсәлекле күсмә күргәҙмәһе туҡтала. Поезда урынлашҡан экспозицияны республика халҡы Өфөнөң тимер юл вокзалында ҡарай ала.

“Еңеү поезы” – донъяла күсмә составтағы тәүге иммерсив инсталляцияны тәшкил итә. Уның нигеҙендә – машинист Лидия исеменән һөйләнгән Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы тарих. Әйткәндәй, Лидияның прототибы – фронт һыҙығына ҡорал һәм һуғыш кәрәк-ярағы тейәлгән хәрби эшелондарҙы ташыған Елена Чухнюк. Экспозиция былтыр Хәтер һәм Дан йылы сиктәрендә ойошторолған. Классик һәм заманса ҡараштарҙы берләштереп, авторҙар “ваҡыт машинаһы” эшләгән һәм замандаштарҙы шул дәһшәтле йылдарҙа һуғыш юлынан елдергән поезға күсереп ултырта.

2021 йыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителгәйне, шуға күрә авторҙар күргәҙмәне Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә тос өлөш индергән совет ғалимдарының фәнни асыштары һәм ҡаҙаныштары менән тулыландырған. Экспозицияла 50-нән ашыу видеопроектор, 18 видеостена, 140-тан ашыу мультимедиялы өҫлөк йәлеп ителгән.

Күргәҙмәгә бушлай индерәләр. Унда эләгеү өсөн проекттың https://поездпобеды.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Сайттағы “Теркәлеү” бүлеге 30 июлдә асыла. Бер электрон почтаға бер генә кешене теркәргә кәңәш ителә. Әгәр күрһәтелгән адресҡа саҡырыу билеты килмәһә, кире элемтә аша теркәлеү дәрәжәһен асыҡларға кәрәк.

Экспозицияға килгәндәрҙе тимер юл вокзалы эсендә көтәләр. Күргәҙмә осоронда вокзалда ирекмәндәр эшләйәсәк. Улар килгән һәр кешене башта теркәлеү өҫтәле янына, аҙаҡ поезға оҙатып ҡуя. Экспозицияға биш минут һайын ҙур булмаған төркөмдәр менән индерәләр. Экскурсия санитария талаптарын үтәп уҙғарыла.

Мәғлүм булыуынса, проект Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы, “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм “Еңеү ирекмәндәре” йәмәғәт ойошмаһы ярҙамы менән “Нева баталисы” ижади оҫтаханаһы командаһы һәм “Ҡыҙыл квадрат” медиатөркөмө тарафынан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: bashinform.ru/news

Автор:Лилия Давлетбакова