Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
30 Июль , 13:00

Яугирҙәрҙең ҡәбере тураһында мәғлүмәт йыйыла

“Бер кем дә онотолманы” проектына ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышында һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙың реестрын төҙөй башланылар.

Яугирҙәрҙең ҡәбере тураһында мәғлүмәт йыйыла

Фронтовиктарҙың ҡаралмаған ҡәберҙәрен тәртипкә килтереүгә йүнәлтелгән “Бер кем дә онотолманы” проектына ярашлы, Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында һәм башҡа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандарҙың реестрын төҙөй башланылар.

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Орджоникидзе районында һуғыш ветерандары ерләнгән 309 урын, Өфөлә 13 хәрби ҡәберлек, Ватанды һаҡлаусыларға 33 һәйкәл һәм 16 мемориаль объект бар. Ошондай уҡ реестрҙы бөтә республика буйынса төҙөү күҙаллана, мәғлүмәт йыйыу дауам итә. Муниципалитеттар “Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының электрон хәтер китабы” проекты нигеҙендә www.pomnimrb.ru сайтына урындағы зыяраттарҙа ерләнгән яугирҙәр тураһында мәғлүмәттәрҙе индерә. 1990 йылдың 12 июленән һуң ерләнгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының исемлектәре район хәрби комиссариаттарына ебәрелә.

Проектты тормошҡа ашырыу барышында былтыр ташландыҡ хәлдәге 872 яугир ҡәбере тәртипкә килтерелгән. Был эштә ирекмәндәр, йәш армеецтар, уҡыусылар, студенттар, депутаттар, урындағы халыҡ ҡатнашҡан. Ошо йүнәлештәге ғәмәлдәр быйыл да дауам итә: Стәрлетамаҡта – ете, Сибайҙа – 34, Ишембайҙа 10, ә Салауатта 2020-2021 йылдарҙа 405 ташландыҡ ҡәбер төҙөкләндерелгән.

Проектҡа ярашлы, ҡала-райондарҙа Батырлыҡ һәм Хәтер дәрестәре үткәрелә. “Һалдат ике тапҡыр үлә: бер тапҡыр – яуҙа, икенсегә – халыҡ тарафынан онотолғанда. Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышында 700 мең кеше ҡатнашҡан, шуларҙың яртыһы – һуғыштан әйләнеп ҡатйҡан, яртыһы – яуҙа башын һалған. Фашизмды еңеүселәр айырым иғтибарға лайыҡ, шуға күрә беҙ батырҙарыбыҙҙың ҡәберен белергә һәм 9 майға матур һүҙ һөйләгәнсә, бер яугирҙең ҡәберен тәрипкә килтерергә тейешбеҙ. Был – беҙҙең изге бурысыбыҙ”, – тине етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Әйткәндәй, ул ирекмәндәр менән берлектә республика буйынса 33 ҡәберҙе төҙөкләндергән.

Депутат әйтеүенсә, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы проектты тормошҡа ашырыу барышында мәғриф ойошмаларына Яугирҙәрҙең ҡәберҙәрен шефлыҡҡа алырға ҡушҡан.

Мәләүез ҡалаһындағы Афғанстан ветерандары союзы рәйесе Виктор Дмитриев яугир-интернационалистарҙың, һуғыш ветерандарының ҡәберен тәртипкә килтереүҙә мөмкин ҡәҙәр ярҙам күрһәтә. “Ветерандар китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр Афған яугирҙәрен генә түгел, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын да белмәй. Мәктәптә кластан бер-ике кеше генә Советтар Союзы Геройҙарының исемен әйтә ала, шуға күрә класс етәкселәренән балаларҙы Мәләүездәге яугир-интернационалистарҙың һәйкәленә, Мәңгелек утҡа, Геройҙар аллеяһына алып барыуҙы һорайым. Улар ҡаһарман яугирҙәр һәм илебеҙ менән ғорурланырға тейеш”, – тине Виктор Дмитриев.

Уның әйтеүенсә, Мәләүездә Афғанда һәләк булған һигеҙ кешенең исеме тимер юл вокзалы эргәһендәге стелала мәңгеләштереләсәк. Район һәм ҡала хакимиәте ярҙамы менән был эш август аҙағы-сентябрь башына тамамланасаҡ.

Фото: vk.com

Автор:Лилия Давлетбакова