Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
31 Июль 2021, 19:30

Өфөгә "Еңеү поезы" килде

Ундағы һуғыш йылдары сағылдырылған үҙенсәлекле күсмә күргәҙмәне Өфө тимер юл вокзалында 2 авгусҡа тиклем ҡарарға мөмкин. Бының өсөн электрон теркәлеү үтеү мотлаҡ.

Өфөгә "Еңеү поезы" килде

Бөгөн Өфөгә “Еңеү поезы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фән” тип аталған үҙенсәлекле күсмә күргәҙмәле поезд килде. Экспозицияны республика халҡы Өфөнөң тимер юл вокзалында бөгөндән алып 2 авгусҡа тиклем ҡарай ала.

Тәүге экскурсия 15.00 сәғәттә ойошторолдо, күргәҙмәне күрергә теләгәндәрҙең күплеге хайран итте. Төркөмдәр бүленгәнсе, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә эшелондар буйлап үтеп, экспозицияны ҡарау мөмкинлеге тыуҙырылды.

Тәүге вагонда әлегә тыныс тормош сағыла. Тәҙрәгә ҡарап ҡул болғаусылар, бәхетле көлөү тауыштары яңғырай, артҡы планда - йәйрәп ятҡан иркен баҫыуҙарҙа башаҡтар тулҡынлана.

Артабан - тәүге шартлауҙар, снаряд тауыштары. Бер ни һиҙмәгән бәхетле йәш ғаилә. Аҙаҡ эвакуация, һуғышҡа оҙатыу, окоптағы алыш, баш осонан шыжлап үткән пулялар тауышы, дошмандарға әсирлеккә эләгеү, госпиталь һәм концлагерь, немец овчаркаларының туҡтауһыҙ өрөүе, Ленинградты ҡамап алған ҡомаҡтарҙан ҡотолоу өсөн бесәйҙәрҙе оҙатҡандағы мыйылдау тауыштары. Бик ауыр тыуған яҡҡа ҡайтыу мәлдәре...

"Еңеү поезы" администраторы Регина Ишмуллина белдереүенсә, бөтәһе 60-дан ашыу ҡаланы үткән "Еңеү поезы"дағы күсмә күргәҙмәне 160 меңдән ашыу кеше ҡараған. Көнөнә яҡынса мең кеше килгән, әммә Өфөлә был һандың артыуы мөмкин. Ни өсөн тигәндә, тәүге көндә үк халыҡ күпләп ҡатнашырға теләк белдергән.

"Был күргәҙмәне ҡарағандан һуң күптәрҙең күҙҙәре йәшкә мансыла, тамаҡтарына төйөр ултыра, хатта һөйләшкеләре лә килмәй. Еңел күренеш түгел. Күп осраҡта ололар беҙгә рәхмәт әйтә, уларҙың балаларына тарихтың дөрөҫлөгөн күрһәтергә мөмкинлек биргәнебеҙ өсөн. Үҙ күҙҙәрең менән  бер аҙға тиклем булһа ла тарихтың эсендә булыу - кино ҡарау түгел", - ти Регина.

"Йәшлек" гәзите хәбәрсеһе Гөлнур Ҡыуатова ла үҙенең уй-кисерештәре менән уртаҡлашты: "Ысынлап та, "Еңеү поезы"нан ике төрлө тойғо ҡалды. Тәүгеһе ғорурлыҡ булһа, икенсеһе - һуғыш осорондағы ысынбарлыҡты күреп, күңел әрнеүе. Бигерәк тә окоптарҙы, концлагерҙы һүрәтләгән вагондарҙы ҡарағанда тыныс ҡына ҡалып булмай. Был музей формаһында эшләнгән поезд-күргәҙмәне һәр кем мотлаҡ ҡарарға тейеш тип уйлайым".

Экспозицияны 2 авгусҡа тиклем бушлай ҡарарға мөмкин, әммә унда эләгеү өсөн электрон теркәлеү үтеү (ул 30 июлдә асылды) мотлаҡ. Килгәндәрҙе тимер юл вокзалы эсендә көтәләр. Күргәҙмә осоронда вокзалда ирекмәндәр эшләйәсәк. Экскурсия санитария талаптарын үтәп уҙғарыла.

Был проект Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы, “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Еңеү ирекмәндәре” йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында “Нева баталисы” ижади оҫтаханаһы командаһы һәм “Ҡыҙыл квадрат” медиатөркөмө тарафынан тормошҡа ашырыла.

Динар Кәлимуллин фотолары.

Автор:Карима Усманова