Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
7 Сентябрь , 11:37

Ул һеҙҙе көтөп торор

Яугир ат… Ул, Илсеғол ауылынан һуғышҡа алынып, Германия ерҙәренә тиклем барып етеп, ауылға кире әйләнеп ҡайтҡан. Маңлайында ап-аҡ йондоҙ, ғорур күтәрелгән баш, оҙон муйын, бейек кәүҙә, оҙон, төҙ аяҡтар, киң күкрәк, шыма тояҡ – бына ниндәй булған ул Керчь!

Һуғыш башланған йылда Ҡырғыҙ-Миәкә һабантуйында ярышып беренселекте алған. Көтөүлектә йылҡы өйөрөн бәлә-ҡазанан һаҡлаған. Керчь ут эсендә меңдәрсә саҡрымды елеп үтеп, яраланып дауаланғас, Днепр, Висла, Шпрее, Эльба һыуҙарын кискән. Дошмандарҙы ҡыуып, Чернигов, Ковель, Люблин, Познань, Трептов, Бранденбург ҡалаларын үтеп, Берлинға бәреп ингән. Еңеүҙе Рейхстаг эргәһендә ҡаршылаған.

 “Ниңә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ла, башҡорт егеттәре лә башҡортса тыпырлап бейеһә, ат сабышҡан тауыш сығара?” – тип һорай ҡайһы саҡ балалар. Яуап бирәм: балам, был башҡорттоң борон-борондан ат менән бергә булыуынан: ул һунарға ла барған, оҙон юлға ла сыҡҡан, дошманға ла һыбай килеш ябырылған. Атһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмаған. 1812 йылғы Ватан һуғышында ла баш­ҡорттар үҙҙәренең аттары менән 28 атлы полк төҙөп, Парижға барып етеп, Сена йылғаһында аттарын һуғарып, мәңге һүнмәҫ дан менән тыуған илдәре Уралға ҡайта. Төрлө яуҙарҙа ир-егеттәр генә түгел, улар менән ҡатындары ла ҡатнашҡан, аттарҙа бик оҫта йөрөгәндәр, ҡоралды ла еңел күтәрә алғандар.

Бөйөк Ватан һуғышында ла баш­ҡорт аттары юғары баһа алды, улар­ҙы шартлаған бомбалар менән снарядтар ҙа, ямғырҙай һибелгән пулялар ҙа туҡтата алманы. Эйе, ир-егеттәр генә түгел, аттар ҙа утҡа инә. Йырҙа йырлағанса, ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй ме­нән ат башы. “Ә аттар илаймы?” – тиһеңме, балам?Аттарҙың бит те­ле генә юҡ, һуғыш ваҡытында ҡолон­дарынан айырыла алмай, күҙҙәренән сөбөрләп күҙ йәше ағыуын яугирҙәр иламайынса һөйләй алмай. Яугир­ҙең аты ҡаты яраланып, ҡан һауған  эсен тырһыл­датып, йән бирә алмай ятыуын күреүҙән дә ауыр йөрәк ғазабы юҡтыр. Тик хәҙерге киноларҙа ғына ул кавалерист, әгәр аты яраланып ауһа, ко­бураһынан “һә” тигәнсе пистолетын сығара ла уға мөлдөрәп текләгән, ярҙам һорап, йәшкелт күҙҙәренән соролдатып йәш ағыҙып ятҡан атының маңлайына терәп атып та ебәрә. Был кинола ғына. Ысын­барлыҡта башҡорт ирҙәре аттарын һаҡларға тырышҡан.

Аттар ҙа илай, балам, илайҙар, йүгереп йөрөгән далаларын, утлап йөрөгән үҙәндәрен, тәмләп эскән шишмә һыуҙарын һағынып илайҙар. Юҡҡа ғынамы үҙебеҙҙең Керчь ҡушаматлы атыбыҙ, тыуған яғына ҡайтҡанда, сыҙамайынса Ҡыпсаҡ ауылы эргәһенән, хужаларынан ысҡынып китеп, Илсеғолға табан саба. Бөтә ауылды яңғыратып, кешеләрҙе ҡыуандырып, йөрәкһеп кешнәп ебәрә. “Керчь башҡа аттарға оҡшамағанмы ни?” – тиһеңме, балам? Керчь менән бергә булған кавалеристар көн-төн һөйләр ине: дошмандарҙың самолет геүләүен ул беренсе булып ишетер, үҙенең алдына бер атты ла алға сығармаҫ, бөтә команданы ла теүәл үтәр, үҙ хужаһына тоғро булыр, ысынмы-бушмы, дошмандар яғына барып тел алып ҡайтҡан ат әле ул. Һәйкәл ҡуйырлыҡ ҡыйыу ат, тиҙәр уның тураһында.

Һуғыш бөткәнгә 76 йыл да үтте. Бөтә ветерандарҙың ҙур теләге бар ине: аттарға һәйкәл ҡуйырға. Һуғыш­тың үҙ өлөштәренә тейгән бөтә михнәтен сыҙамлы тартҡан, Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн үҙҙәренән торған бурысты атҡарған бөтә аттарҙың яҡты иҫтәлеге булып торор ине был һәйкәл. Булыр һәйкәл, балам, булыр. Ана, нисәмә йылдан һуң Шайморатов генерал да аты менән тыуған еренә – Ҡырмыҫ­ҡалыға – ҡайтып төштө. Беҙҙең Керчь та, оран һалып, Илсеғол – Сергеевка ауылдары юл сатында яҡшы күңелле кешеләрҙе ҡаршылап көтөп торор, Алла бойорһа.

Ағиҙелдән Эльбағаса барып етеп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡан яугир аттың иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыр өсөн илсеғолдар ныҡлы тотондо. Улар бар Башҡортостандан ярҙам һорай: илдән иғәнә йыйып, баш һалған яугирҙәребеҙ, иҫән ҡалып, шаһит булған ветеран­дарыбыҙ исеменән яуҙа ҡатнашҡан бар аттарға һәйкәл булырға тейеш. Ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, ул һәйкәл ҡуйылһа, Керчь һеҙҙе Илсеғол ауылында көтөп торор. Амин. Шулай булыр.

 

Ғәшүрә МӨХӘМӘТЙӘНОВА,

китапханасы.