Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
10 Сентябрь , 14:34

Беҙ – һуғыш балалары

Фото:infourok.ru

Мин ошо шиғырым менән һуғыш осоро балаларының фиҙакәр хеҙмәтен баһалауға ҡағылышлы һорауҙы үҙебеҙҙең район кимәлендә 2011 йылда уҡ күтәреп сыҡҡайным. 2015 йылда ул “Юҡҡа йәшәмәнек беҙ ерҙә” тигән китабымда донъя күрҙе. Быйыл республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров әлеге мәсьәлә буйынса ил кимәлендә һүҙ ҡуҙғатты һәм, ниһайәт, Рәсәй Президенты Владимир Путин, был тәҡдимде хуплап, айырым Указ сығарҙы.

Бына ошо уңайҙан һуғыш осоро балаларының башынан үткән бөтә ауырлыҡтарҙы һәм уларҙың фиҙакәр хеҙмәтен тасуирлаған ижад емешемде гәзит уҡыусыларҙың, бигерәк тә йәш быуындың иҫенә тағы ла бер тапҡыр төшөрөп үтеү артыҡ булмаҫ, тип уйлайым.

 

Утыҙ һигеҙенсе йыл тыуғанбыҙ,

Хоҙай беҙгә шулай бойорған.

Беҙ күрәсәк барлыҡ михнәттәрҙе

Алдыбыҙға сығарып ҡуйған.

Тормошобоҙ үтә ауыр булды,

Яҙмыш булды беҙгә аяуһыҙ.

Бәләкәйҙән генә етем ҡалып,

Күптәребеҙ үҫте атайһыҙ.

Беҙ тыуған йыл беҙҙең илебеҙҙә

Һәләк булған күпме атайҙар.

Илгә тоғро хеҙмәт иткәндәрҙе

Төрмәләргә ябып атҡандар.

Беҙгә бары өс йәш кенә саҡта

Гитлер илгә һуғыш башлаған.

Иҫән ҡалған барлыҡ атайҙарҙы

Һуғыш усағына ташлаған.

Күп атайҙар унда ятып ҡалды,

Ҡол булмаһын өсөн улдары.

Балалыҡты беҙҙең урлап китте

Мәрхәмәтһеҙ һуғыш йылдары.

Тыуып етмәҫ элек олоғайҙыҡ,

Күпме ҡайғы төштө баштарға.

Башыбыҙҙа бары бер уй булды:

Ҡайҙан табырға һуң ашарға?

Яҙҙар етеү менән йәшел үлән

Аслыҡ үлеменән һаҡланы.

Алабута, кесерткән, балтырған…

Ашамаған үлән ҡалманы.

Күптәребеҙ ҡышҡы һыуыҡтарҙа

Тәҙрәнән ҡарап ҡышланы.

Урамға бер сығып урау өсөн

Булманы бит хатта ыштаны.

Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа

Етмәй ине дәфтәр, китаптар.

Хәтеремдә һуҡыр лампа менән

Дәрес әҙерләгән ваҡыттар.

Ололарҙан һис тә ҡалышманыҡ,

Бушҡа уҙғарманыҡ ваҡытты.

Дәрестән һуң баҫыуҙарға сығып,

Йыя инек һәр бер башаҡты.

Ниндәй генә төрлө ауыр эштәр

Беҙҙең ҡулдар аша үтмәне.

Бала саҡтың төрлө уйындарын

Уйнарға тик ваҡыт етмәне.

Күптәребеҙ уҡып бөтөү менән

Хеҙмәт баҫҡысына атланыҡ.

Ҡайһыбыҙҙыр баҫыу карабының

Штурвалына баҫты шатланып.

Кемдәргәлер бәхет йылмайҙы

Яулау өсөн белем үрҙәрен.

Ә бәғзеләр юлламалар алды

Күтәрергә сиҙәм ерҙәрен.

Илебеҙҙә тормош ҡайнағанда

Беребеҙ ҙә эшһеҙ ҡалманыҡ.

ФЗО мәктәбендә һөнәр алып,

Ҙур төҙөлөштәргә атланыҡ.

Төҙөнөк беҙ завод-фабрикалар,

Үҫеп сыҡты яңы ҡалалар.

Төҙөнөк беҙ йорттар һәм мәктәптәр,

Уҡыһын тип беҙҙең балалар.

Себер йылғаларын ауыҙлыҡлап,

Төҙөнөк беҙ ҙур-ҙур быуалар.

Унда эшләнгән электр тогынан

Һулыш алды шахта, домналар.

Беҙ төҙөгән ошо домналарҙа

Ҡайһыбыҙҙыр ҡорос иретте.

Ҡайҙа эшләһәк тә һәр беребеҙ

Маҡсатына мотлаҡ иреште.

Ғөмүмән, беҙ һәр саҡ эшләнек

Ил ҡеүәтен һаҡлау өҫтөндә.

Йыһан караптары осһон өсөн

Ер шарының сикһеҙ күгендә.

Бөтәһе лә күптән артта ҡалды,

Хаҡлы ялда хәҙер барыбыҙ.

Тарих биттәренә инеп ҡалды

Һуғыш балаһы тигән даныбыҙ.

Йәш быуынға мөрәжәғәт итеп,

Килеп еткән ҡартлыҡ көнөндә,

Күкрәк киреп әйтә алабыҙ беҙ:

Юҡҡа йәшәмәнек был ерҙә!

 

* * *

 

Ҡабармаһын һуғыш болоттары

 

Ҡырҡ беренсе йылдың йәй башында

Ил сигенә кинәт ут ҡапты.

Илебеҙҙең гүзәл ерҙәрен

“Фашист” тигән ҡара яу баҫты.

Һүндереүе үтә ҡыйын булды,

Миллионлаған яугир баш һалды.

Меңәрләгән ауыл-ҡалаларҙан

Ҡара күмер менән көл ҡалды.

Һуғыш яланында ятып ҡалды

Кемдәрҙеңдер ғәзиз балаһы.

Күпме йылдар инде үтһәләр ҙә,

Уңалмай шул йөрәк яраһы.

Һуғыш башланғанын мин белмәйем,

Бик бәләкәй инем ул саҡта.

Әммә әселеген тиҙ татыным,

Ризыҡ етмәгәндән тамаҡҡа.

Хәтеремдә: оло ағайымды

Нисек оҙатҡаным һуғышҡа.

Яратырға тиеп, ҡулын һуҙғас,

Мейес артына ҡастым ҡурҡыштан.

Ил һағына баҫты ауылыбыҙҙан

Йөҙ иллеләп кеше кәмендә.

Улар менән китте ағайым да

Ун етелә генә йәшендә.

Фронтҡа киткәндән һуң ағайымдың

Теүәл бер йыл килде хаттары.

Әсәйебеҙ уның һәр бер хатын

Илай-илай уҡып һаҡланы.

Һуңғы хаты килде госпиталдән,

Әсәйемде һалып һағышҡа.

“Яраларым инде уңалдылар,

Тиҙҙән китәм йәнә һуғышҡа”.

Шул китеүҙән ағай ғәйеп булды,

Бер кем белмәй уның хәлдәрен.

Үҙе үлгәнсе көттө әсәйем

Ҡош телендәй генә хәбәрен.

Ҡайҙа булдың икән һин, ағайым,

Ҡайһы яҡта һалдың башыңды?

Ниңә ебәрмәнең әсәйеңә

Өс мөйөшлө берәй хатыңды?

Бик күрәһе килә ағайымды,

Ултыртаһы өйҙөң түренән.

Ниңә генә яраттырманым тип,

Әле булһа һаман үкенәм.

Түкмәһендәр ине киләсәктә

Күҙ йәштәрен әсәй-апайҙар.

Беҙҙең быуын күргән михнәттәрҙе

Күрмәһендәр башҡа малайҙар.

Һуғыш болоттары ҡабармаһын,

Аяҙ булһын һәр саҡ күгебеҙ.

“Һуғыш” тигән һүҙ борсомаһын,

Тыныс булһын беҙҙең күңелебеҙ.

Бар донъяға ҡысҡыраһым килә:

Кешеләр!

Ғибрәт алайыҡ уҙған бәләнән.

Һәр бер сетерекле мәсьәләне

Сисеү кәрәк тыныс юл менән!

 

- Фидат ЮНЫСОВ.

 

Ҡырмыҫҡалы районы.