Башҡортостан
-18 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
21 Сентябрь , 12:12

Фронт хаттары ни һөйләй?

Илебеҙҙе фашизм ҡоллоғонан азат итеүгә үҙ өлөшөн индергән ветерандарыбыҙҙың сафы көндән-көн һирәгәйә. Үҙҙәре менән бергә хәтирәләре лә китә. Бары (әгәр һаҡланған булһа) фотоһүрәттәре, хаттары ғына ҡала. Улар хаҡында белеүселәр ҙә инде олоғайып, баҡыйлыҡҡа күсә бара. Ейән-ейәнсәрҙәргә был тарафта сосораҡ булып, күберәк мәғлүмәттәр алып ҡалырға тырышырға кәрәк. Үкенерлек булмаһын ине. Ул яҡтан беҙҙең ағай-эне бәхетлелер, тимен. Сөнки фронт яландарында ятып ҡалған Нияз бабайымдың егерме хаты һаҡланған.

Ул 1922 йылда Ураҙ ауылында Шәр­фия­мал һәм Әхмә­ҙулла Са­фиул­линдар­ҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән. Уның Шәкирә, Нажиә апайҙары, Фәү­зиә, Мәнжүриә, Фә­рүәз, Ғәзим исемле туғандары булған. Ата-әсәһе крәҫ­тиән тормошо менән йәшәһә лә, хәлле иҫәпләнгән.

Нияз бәләкәй сағы­нан зирәк, аҡыллы булып үҫә, башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Ә 1940 йыл­да Белорет райо­ны­ның Сермән пед­учи­лищеһына уҡырға инә. Һу­ңынан тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләргә ҡайта. Дуҫы, биология уҡытыусыһы Гавриил Артемьев хәтерләүенсә, Нияз бабайымдың ҡулы бик оҫта булған. Үҙе ағастан стена сәғәте эшләп ҡуйған, ул оҙаҡ йылдар боҙолмаған.

Бергә уйнап үҫкән иптәш малай­ҙарынан Мәрүән ағай: “Ауыл оҙон, ике яҡ малайҙары һуғышып китә инек. Күпер аръяғына сыҡҡанда, ул яҡтың ҙур малайҙарынан мине туҡмат­май, һыбай килеп, уларҙы ҡур­ҡытып, ҡыуып ебәрә торғайны”, – тип иҫенә ала.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусы­һы – үткер һүҙле Талха Ғиниәтуллин да бабайым тура­һында  йылы һүҙҙәр менән генә фекер йөрөттө: “Нияз ағай менән бер аймаҡта үҫтек. Мин унан бәләкәйерәк инем, шаян булдым. Ул беҙҙе ҡурсалап, һуғыштыр­май бергә уйнатып йөрөттө. Бала саҡтан үҙе бөтәһенә ҡарағанда ла ғәҙел булыуы менән айырылып торҙо. Беҙ уны тыңлай тор­ғайныҡ. Әгәр шундай кешеләр донъяла күберәк булһа, йәшәүе бик рәхәт булыр ине. Ундай аҫыл, аҡыллы кешеләр, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, бик аҙ һуғыштан ҡайтты шул”.

Нияз Әхмәҙулла улы 1942 йыл­дың майында хеҙмәткә са­ҡырыла. 123-сө уҡсылар диви­зияһында автоматсы була. 1943 йылдың июль айында аяғы ныҡ ҡаты яралана һәм алты ай Кинешма ҡалаһында дауалана. Бер ай тирәһе сатанлап йөрөй, ҡалған биш айында йүнәлеүгә китә. “Госпиталдә яңы йылға тиклем ятырмын, ахыры, – тип яҙа ул хатында, – бында татарҙар ҙа бар. Ике йылға бер тигәндә бер татар ҡыҙын күрҙем, Ҡазан­дыҡы. Өргөн ауылынан Ғә­лиуллин фамилиялы тракторсы егет тә минең менән госпиталдә ята”.

Хаттарынан күренеүенсә, ул тыуған яғын, ата-әсәһен, ағай-энеһен ныҡ һағыныуын белдерә, ике-өс көнгә генә ҡайтып, һеҙҙе күреп китәһе ине, тип тә хыяллана. Ул күбеһенсә госпиталь тормошон һүрәтләй. Яралы һалдат­тарҙың күңелен күтәрергә тип, унда төрлө саралар үткәрә. Йыш ҡына концерттар ҡуялар, кинофильмдар күрһә­тәләр, байрам табындары ойошторалар. Бер госпиталдән икенсеһенә ҡунаҡҡа йөрөтәләр: “1943 йылдың де­кабрендә ҡунаҡта булдыҡ. Бер егет фотоға төшөрҙө, насар булһа ла, һеҙгә ебәрәм”, – тип хәбәр итә ул.

Волга ярына сығып ял итергә яратҡан. Тәбиғәтте күҙәткән. Хаттарында һәр ваҡыт көн, һауа торошон да билдәләп үткән. Ауылына яуап хаты яҙғанда һис кенә лә һуғышҡа зарланмай, үҙенең хәл-әхүәлен генә белдереп, күберәк тылдағы тормош менән ҡыҙыҡһына, тасуирлап яҙыу­ҙарын һорай. Октябрь, Яңы йыл байрамдары менән ҡотлай:

“Ҡәҙерле Зәкиә апай! Һине Бөйөк Октябрь революция­һының 26 йыл­лығы менән ҡотлайым. Бөгөн ике байрам: Октябрь байрамы һәм Ук­раинаның баш ҡалаһы Киевтың немец оккупанттарынан та­ҙарты­лыуы. Мин иҫән-һау һаман госпи­талдә ятам. Яраларым һаман төҙәлмәй әле. Ҡасан төҙәлер – билдәһеҙ. 1943 йыл, 7 ноябрь”.

Ул һөйгән ҡыҙы Нәсимә ха­ҡында ла йылы хәтирәләр һаҡлай. Нә­симәмде бөгөн тө­шөмдә күрҙем, инде ташлашһаҡ та, тип яҙа ул. Сәбәптәрен ҡайтҡас аңлатырмын әле, тип тә ҡуя.

Ике туған ағаһы Нәжибәк (драматург Нәжибәк Хафизов), дуҫы Артемьев, ҡустыһы Ринат, уҡытыу­сылар һәм уҡыусылар хаҡында хат һайын тигәндәй һорай, ҡайнар сәләмдәрен ебәрә: “Мине оноттолар, бер нисә һөйләм сыймаҡлап ебәреүе ҡыйынмы ни?!” – тип тә үпкәләй.

Ауылдағыларға был ныҡ тәьҫир иткәндер инде, күп тә үтмәй, бер юлы өс хат ала һәм ул шатлыҡлы минуттарҙы теркәп тә ҡуя: “Бөгөн бына 16 ғинуар, көндөҙгө сәғәт 12. Йоҡлап ята инем, уятып бер юлы өс хат бирҙеләр”, – тип яҙа.

Үҙенең капитанын яҡшы яҡтан ғына телгә ала. “Ун­дайҙарҙы көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә тапмаҫ­һың”, – тип яҙа.

1944 йылдың башында госпи­талдән сыҡҡас, уны командирҙар курсына уҡырға ебәрәләр. Һуңы­нан кесе лейтенант званиеһында взвод командиры булып, яңынан фронтҡа китә.

Нияз Әхмәҙулла улы Сафиул­линдың һуңғы хаты 1944 йылдың апрель аҙағында килә. Севас­тополдең азат ителеүен көтәбеҙ, тип хәбәр итә ул. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай, батырҙарса һәләк була. Латвия ерендә туғандар ҡәбер­легендә ерләнә.

Ғаиләләге иң бәләкәй ҡусты­лары Ғәзим, шунда барып, ҡәбе­ренә сәскәләр һалып, тыуған еренән бер ус тупраҡ илтеп ҡайт­ты. Был ҡәберлектең фото­һүрәте бөгөн Ураҙ мәктәбе янындағы музейҙа һаҡлана.

Нияз бабайымды онотмай­быҙ, йөрәк түрендә һаҡлайбыҙ.

 

Илдус САФИУЛЛИН.

Учалы районы,

Ураҙ ауылы.