Башҡортостан
-20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
19 Октябрь , 10:27

Олатай рухы

Тик күҙлек аҫтынан йәштәре тәгәрәне...

Уҡытыусы эшен ниндәй һүҙҙәр менән баһалаһаң да, аңлатып бөтөрлөк түгелдер, тип уйлайым, сөнки уның тормошо тик мәктәп һәм тыуған яҡҡа, илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү менән бәйле. Күп ваҡытын, иғтибарын уҡыусыларға бүлә. Уҡытыусы эшенең кәрәклеген, баһаһын яңыраҡ дистанцияла уҡыу күрһәтте лә инде. Былтыр бар эштәр – уҡыу ҙа, Бөйөк Еңеү байрамын билдәләү ҙә, иҫән ҡалған ветерандар менән осрашыуҙар ҙа онлайн тәртибендә үтте. Был мәҡәләмде мин, өсөнсө быуын уҡытыусы, Бөйөк Еңеүгә һәм һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡан мөғәллим олатайыма арнайым.

 

Ғәҙеллек

 

Белорет районындағы Шығай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 155 һалдат киткән, 62-һе генә әйләнеп ҡайтҡан. Уларҙың береһе – минең олатайым – башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм тәрбиәсе Әбделвәли Ғәлиулла улы Ғәлиуллин.

Уны иҫкә төшөргәндә, күҙлек аша ташлаған йылы, яғымлы ҡарашы, йылмайып, ихлас ҡаршылауы күҙ алдына баҫа. Ул һәр ваҡыт мине эргәһенә урындыҡ ситенә ултыртып, яттан шиғырҙар, яҡын-тирәләге ер-һыу атамаларының легендаларын һөйләр ине. Ә шиғырҙар татарса була торғайны. Шул мәлдә үк мин, ниңә улай икән, тип уйлана инем, аҙаҡтан ғына яуабын таптым – уҙған быуаттың 20-се йылдарында ауыл мәктәбенә татар уҡытыусылары килеп уҡытҡан икән (был мәғлүмәт уның яҙмаларынан алынды).

Олатай миңә шиғыр һөйләгәндә өләсәйем ҡашығаяҡ яғында, мейес буйында булыр ине. Уның боҫло ашта­рының, майға бешкән йыуасаларының тәме әлегә тиклем тел осонда тора...

Әбделвәли олатайҙың һуғышта булғанын, унда яраланып, зәғифләнеп ҡайтҡанын белдергән күренештәр күҙгә ташланып тора ине: уң аяғы тубыҡтан аҫта юҡ – уның урынында протез, уң ҡулының ике бармағы яртылаш юҡ. “Мина ярсығы тейҙе”, – тип аңлатыр ине.

Бер тапҡыр Ялтаға, икенсеһендә Симферополгә барып ял итеп ҡайтты ул. Бер барғанында диңгеҙ йондоҙо алып ҡайтҡайны, ҡустылар, ағайҙар менән ҡыҙыҡ итеп ҡарағайныҡ.

1968 йылда Әбделвәли олатайым пенсияға сыҡҡас, ауыл советы уға яуаплы эш ҡушҡан: 16 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Сосновкалағы почта бүлегенән гәзит-журналдарҙы алып ҡайтып, күрше ауылдарға таратыу. Ул саҡта халыҡ нимә генә яҙҙырып уҡымай ине! Уға ат-арба ла биреп ҡуйғандар. Аҙнаһына өс тапҡыр почта алып ҡайтҡас, үҙенең өйөнөң сит яғындағы урындыҡта Шығай, Үткәл, Хөсәйен ауылдары өсөн баҫмаларҙы, хаттарҙы бүлеп һала. Мин ҡарап ултырам, хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Шулай бер Үткәлгә, Хөсәйенгә барғанда мине лә үҙе менән алды. Юлда барғанда бер туҡтауһыҙ һөйләшеп барҙыҡ. Ул юл буйындағы күләүектәрҙе күрҙе лә:

– Бына, ҡыҙым, һуғышта һыу бөткән саҡтар булды. Ошондай күләүектәрҙән ятып һыу эстек, һыуһағас, – тине.

Ә мин, алты йәшлек бала, аптырайым: нисек инде өҫтө йәм-йәшел булып бөткән күләүек һыуын эсергә була икән?..

Үткәлгә еткәс, ҡоҙағыйҙарға индек. Олатайымдың ете балаһының араһындағы бер бөртөк ҡыҙы Фәниә апайым шунда ауыл осонда ғына йәшәй икән. Уларҙың хәлен белеп сыҡҡас, почта таратыусыға гәзит-журналдар ҡалдырҙыҡ та ары юлландыҡ. Үткәлдән Хөсәйенгә тура юл бар. Олатайым атын шул яҡҡа борҙо. Күп тә бармай, Рәз йылғаһына барып еттек, ә уның аръяғында ауыл күренеп ята.

Текә ярҙан барып менгәс, бер бәләкәй генә өй эргәһендә туҡтаныҡ. Индек. Ҡураныс ҡына кәүҙәле инәй ҡаршы алды, самауырын ҡуйып ебәрҙе, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп, сәй ултыртты. Олатайым эргәһендә урын алып, сәй һөр­пөлдәтәм. Инәй миңә шаҡмаҡ шәкәр бирҙе. Шуны манып, тәмләп сәй эстем. Шунан олатайым, мине инәй эргәһендә ҡалдырып, кемгәлер почтаны алып барып килде. Әлеге юлыбыҙҙан кире Шығайға ҡайттыҡ. Был юл минең өсөн хәтерҙә мәңге юйылмаҫлыҡ сәйәхәт булып ҡалды. Әле лә Хөсәйен ауылына барырға тура килһә, ошо бәләкәй генә өйҙө, уның эргәһенә килгән юлды ҡарап үтеп, бала саҡтың эҙҙәрен күҙ алдына баҫтырам.

Олатайымдарҙың кәртә эсе йәйгеһен йәм-йәшел сиҙәм ине. Өләсәй шунда беҙгә сәй эсерә торғайны. Бына шул үлән өҫтөнә 70-се йылдарҙа бер нисә йыл рәттән сельпонан ҙур-ҙур мискәләр ҡалдырып китәләр. Ауыл халҡы өсөн кәсеп башлана: бәшмәк йыйып, олатайға алып килеп тапшырыу. Олоһо ла, кесеһе лә урманға китә. Биҙрәләрен тултырғас, йылға буйында теҙелеп ултырып табыштарын таҙартып йыуалар һәм бер юлы тапшырып ҡайталар.

Олатай кем күпме килограмм бәшмәк алып килгәнен йәшкелт битле дәфтәренә яҙып ҡуя. Бер нисә көндән аҡсаһын тарата. Мин дә шулай мәктәпкә китап-дәфтәрлек аҡса эшләп ала инем. Ә олатай ғәҙел булды, бер кемде лә ҡыйырһытып, алдап ҡалманы. Кәртәһенән йәй буйы халыҡ өҙөлмәне. Бәшмәк тә күп булды урманда, бөгөн йыйып китһәң, иртәгәһенә шул урындан тағы ҡырҡып алаһың.

 

Яуаптар...

 

Мәктәптә уҡығанда өлкән пионервожатый Вәсилә Мәһәҙи ҡыҙы Әбсәләмова бер төркөм пионерҙы һуғыш ветерандарына ебәрҙе. Беҙ уларҙың тормош юлы, һуғышта ҡайһы фронттарҙа булғанын белеп, яҙып алырға тейеш инек.

Мин олатайыма киттем. Уйымса, тиҙ генә һөйләтеп, яҙып, мәктәпкә йүгерергә. Ә олатайым минең ҡулдағы дәфтәр битендәге һорауҙарҙы уҡып ҡараны ла бер нимә лә әйтмәне, тик күҙлек аҫтынан йәштәре тәгәрәне. Мин аптыраңҡырап ултырам: нисек инде, үҙе олатай, ә илай... Өләсәй: “Һуғыш тураһында һөйҙәмәй бит ул олатайың”, – тигәс, ҡайтып киттем.

Күпмелер ваҡыт үткәс, әсәйем миңә шул ваҡытта олатайға булған һорауҙарға яуаптарҙы тотторҙо. Уны олатайым үҙ ҡулдары менән яҙып биргәйне. Бына шул һорауҙарҙы һәм яуаптарҙы, бер һүҙен дә үҙгәртмәй, гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм.

“1. Ғәлиуллин Әбделүәлей Ғәлиулла улы Шығай ауылында 1908 йылдың 23 февралендә тыуғанмын.

  1. 1930 йылда Сермәндә һигеҙ айлыҡ уҡытыусылар әҙерләү курсын тамамлап, мәктәп мөдире булып эшләй башланым.

1942 йылдың февралендә армияға алындым.

  1. 1944 йылдың 24 июненән һуғышҡа индем. Иң һуңғы йылдарымда 17-се дивизияла 46-сы полкта станковый пулеметтың расчет командиры булып, штаб дивизияһын һаҡланым. Ҡыҙыл байраҡлы гвардия часында хеҙмәт иттем һәм 1944 йылдың 4 ноябрендә ранен булдым.
  2. “Берлинды алған өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Һуғыш бөтөүгә 20, 25, 30 йыл” миҙалдарын йөрөтәм.
  3. Һуғыштан ҡайтҡас, Шығай ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытып, 1951 йылдан 1954 йылғаса Үткәл мәктәбе мөдире булып эшләнем. 1968 йылда хаҡлы ялға сыҡтым.
  4. Белорет районының алдынғы уҡытыусыһы һаналып, 1933 йылда Мәскәүгә слетҡа юллама менән бүләкләндем (уҡытыусылар конферен­цияһы. – З.С.).
  5. 1931 – 1933 йылдарҙа Рысыҡай мәктәбе мөдире булып эшләнем. 1933 – 1935 йылдарҙа Яңы Хәсән сельсоветы Манышты башланғыс мәктәбе мөдире булдым. 1935 – 1942 йылдарҙа Хөсәйен башланғыс мәктәбе мөдире булып эшләнем”.

Икенсе яҙмаһында Әбделвәли олатайым һуғыш йылдары тураһында ентекләп яҙған:

“Мин 1942 йылдың 22 февралендә фронтҡа алындым. Магнит ҡалаһы аша беҙҙе Орск ҡалаһына оҙаттылар. Мин унда төҙөлөш-монтаж часында Көньяҡ Уралда хәрби заводтарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаштым. Уҡы­тыусылар кәрәк булғас, ҡайтарҙылар.

1943 йылдың ахырында фронтҡа алындым. Алкин станцияһында бик ауыр хеҙмәттә булдыҡ. Хәлдән таймаҫ элек фронтҡа ебәреүҙәрен талап иттек. Фронтҡа оҙатыла торған көндә 520 юғары, урта белемле кешеләрҙе аш әҙерләү­селәр курсына Өфөгә алдылар. Дүрт ай уҡығандан һуң үҙ һөнәребеҙ буйынса фронтҡа оҙатылдыҡ. Мәскәү, Вязьма, Смоленскиҙы үтеп, Краснебург стан­цияһында продпунктта хеҙмәт иткәндән һуң Минск ҡалаһына, унан Вильнюсҡа оҙатылдым. Унда урманда әҙерлек эшендә булдыҡ, һуңынан Каунасҡа, Мариуполгә йүнәлдек.

Красный ҡалаһына оҙатылдым. Шунда бер полковник: “Хәҙер фронтҡа кер­һендәр”, – тигән бойороҡ бирҙе. Бер капитан ял итергә ҡушты. Иртән мине үҙ һөнәрем буйынса – 17-се дивизияға, иптәшемде 16-сы дивизияға оҙатты­лар. Һуғыш дауам итә. Мин дивизияны эҙләнем. Блиндажды барып таптым. Бер капитан, йәшерен урындан сығып, минең менән һүҙ алып барғанда, старшина тура килде. Уға “Повар һиңә”, тигәнгә, “Повар әле тере”, – тигән яуап булды. Шул урында 46-сы полкка оҙатылдым. Мине үҙ һөнәрем буйынса түгел, полк командиры станок пулемет командиры итеп билдә­ләне. Үҙемдең расчетта үҙем менән ете кеше булып һуғышта хәрәкәт иттек. 1944 йылдың 4 ноябрендә Кенигсберг (хәҙерге Калининград) ҡалаһынан 82 километр йыраҡлыҡта яраланып, ялан госпита­ленә эләктем. Мариуполь, Каунас, Рязань ҡалаларында госпиталдә дауаланып, 1945 йылдың 4 майында ғаиләм янына ҡайттым”.

 

Мәңге һүнмәҫ маяҡ

 

Һуғыштан ҡайтҡанда олатайымды өләсәйем менән өс улы, бер ҡыҙы ҡаршы ала. Һуңғараҡ тағы өс улдары тыуа. Уларҙың һәр береһе, тормошта үҙ юлын табып, балалар, ейәндәр үҫтереп йәшәне. Әлеге мәлдә бер улы һәм ҡыҙы иҫән-һау, 22 ейәне, 45 бүләһе, ете тыуасары бар.

Мәрғүбә өләсәйем менән улар 65 йыл бергә донъя көттө. Иртә өйләндергәндәр, балалары иртә булған. Иң оло улы – минең атайым тыуғанда өләсәйемә ни бары 17 йәш тулып өлгөргән. Ул көлөп әйтә торған булған: “Әхтәмем менән беҙ бергә үҫтек”.

Олатайым һуғыштан ҡайтҡас, тағы балалар уҡытыуға тотона. Ә йәйҙәрен ауылдан 15 саҡрым алыҫлыҡтағы Ҡарасәкмән тигән  бесәнлегендә ятып, малына ҡышҡылыҡҡа мал-аҙығы әҙерләгән. Һыйырын да үҙе менән күсереп алып киткән.  Балалары ла ярҙам иткән бесән әҙерләргә. Ғафар ағай һөйләүенән: “Бәләкәй саҡта атайға ашарға ташый торғайным. Йәйәү барып еткәнсе хәл бөтә. Унда атайҙың ҡайһы ерҙә икәнен белеп булмай, китәһең эҙләп. Бер шулай сәй эскән ергә килеп еттем дә “Һы, мынау һыйыр әле генә һаҙ буйында ине, бында тик тора”, тип аптыраным. Тегендәгеһе айыу икәнен атайым әйткәс кенә аңланым”, – ти.

Шулай итеп, олатайым, һәр балаһын оло тормошҡа аяҡ баҫтырып, белемле итергә тырышҡан. Тормошто, тыуған яҡ тәбиғәтен яратырға, хеҙмәт һөйөргә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, ҡаршы­лыҡ­тар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өй­рәткән. Иң оло улы Әхтәм – 42, иң кесеһе Ғәфүр 36 йыл уның юлын дауам итеп, уҡытыусы булды. Береһе немец телен уҡытты, икенсеһе балаларға рәсем һәм һыҙма серҙәрен өйрәтте. Әлеге ваҡытта олатайыбыҙ  нигеҙ һалған беҙҙең уҡытыусылар династияһының хеҙмәт стажы 400 йылдан аша.

Олатайыбыҙ Әбделвәли Ғәлиулла улы Ғәлиуллин (1908 – 1999) ғүмеренең аҙағына тиклем балаларына ла, туған­дарына ла, Шығай ауылы халҡына ғына түгел, күрше ауыл кешеләренә лә бик кәрәкле булып йәшәне. Бала сағынан уҡ Ҡөрьәндәге сүрә-аяттарҙы яттан белеүе, матур тауыш менән уларҙы көйләп уҡыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Ислам диненә ҡағылған йолаларҙы еренә еткереп үтәй белә ине олатайым. Шуға ла уны балаға исем ҡушырға ла, төрлө аяттарға ла хөрмәтләп саҡырҙылар.

Олатайҙы барыһы ла яратып иҫкә ала. Был – беҙҙең өсөн, ейәндәре өсөн ғорурлыҡ! Олатайыбыҙ рухы – мәңге һүнмәҫ маяҡ.

 

Зилә СӘЙФУЛЛИНА.

 

Белорет районы.