Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
14 Ноябрь 2021, 17:30

Хәбәрһеҙ юғалған һалдат табылды

Уның һөйәктәрен 17 октябрҙә Тверь урманында табалар. Медальонды асыу операцияһы алты сәғәт дауам итә, мәғлүмәтте уҡыу күп ваҡытты ала. Асыҡланыуынса...

Хәбәрһеҙ юғалған һалдат табылды

Әлеге мәлдә Тверь өлкәһендә эшләгән Мордва, Башҡортостан һәм Белорусия эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәбәрһеҙ юғалған ҡыҙылармеецтың һөйәктәрен тапҡан.

Республикала эҙәрмәндәр хәрәкәтенә нигеҙ һалған Илдар Бикбаев хәбәр итеүенсә, был һалдат — 1909 йылда тыуған Сергей Иванович Краинов. Уның һөйәктәрен 17 октябрҙә Тверь урманында табалар. Медальонды асыу операцияһы алты сәғәт дауам итә, мәғлүмәтте уҡыу күп ваҡытты ала.

Краинов Сергей Иванович Өфөнөң Ждановский хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла, пулеметсы була. Ғаилә ағзалары тураһында мәғлүмәттә Өфөнөң Ломовая урамында йәшәгән Наталья Крайнова теркәлгән.

"251-се уҡсылар дивизияһының 923-сө уҡсылар полкы ҡыҙылармеецы тигән яҙыу ғына бар. 1942 йылдың 5 авгусында дивизиянан ҡайҙалыр ебәрелә. Хәҙер һалдаттың һөйәктәрен тыуған яғына ҡайтарырға, Өфөлә ерләргә кәрәк", — ти Илдар Бикбаев.

Фото: Илдар Бикбаев.

Автор:Лилия Нуретдинова