Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
23 Ноябрь 2021, 18:45

Батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ

Зоя Космодемьянская кеүектәр беҙҙе ҡоллоҡтан ҡотҡарҙы.

Фото:borodino.ru

Һәр йыл һайын ноябрҙә еребеҙгә ап-ап ҡар яуып, бар тәбиғәт сафлыҡҡа күмелгән ваҡытта бала саҡтан ихтирам һәм ғорурлыҡ уятҡан Зоя Космодемьянскаяның батырлығы иҫкә төшә... Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре 1941 йылдың ноябрь аҙағы – декабрь башында контрһөжүмгә күсә һәм немец фашистарын сигенергә мәжбүр итә. Дошман тылына әйләнгән Мәскәү өлкәһе ерҙәрендә партизандар хәрәкәте йәйелдереү ҙә ошо еңеүгә булышлыҡ итә.

Партизандар дошман тылында уларҙың көсөн ҡаҡшатыу, үҙҙәрен юҡ итеү маҡсатында төрлө операциялар ойоштора. Әлбиттә, уларҙың уңышлыһы ла, уңышһыҙҙары ла була. Шундай бер операцияла батыр, таһыллы, ҡурҡыу белмәҫ партизан, дошмандар ҡулына эләгеп, язалап үлтерелә. Уның исеме – Зоя Космодемьянская.

...Һуғыш башланғанда 1923 йылдың 13 сентябрендә Мәскәүҙә тыуған Зояға ни бары ун һигеҙ йәш була. Ҡыҫҡа ғына кеше ғүмеренең иң аҫыл, гүзәл мәле бит был! Ә уны ошо йәшендә ҡот осҡос шарттарҙа язалап интектергәндән һуң аҫып үлтерәләр. Ҡыҙҙы Вереи ҡалаһына яҡын урынлашҡан Петрищево ауылында язалайҙар, әммә “Партизан антына” тоғро ҡалып, Зоя иптәш­тәрен һатмай. Хатта исеменә тиклем йәшерә, үҙен Татьяна тип атай.

Шул тиклем ауыр яҙмышҡа дусар ителерлек ниҙәр ҡылған һуң ул? Былар тураһында Петрищево ауылы колхозсылары немецтар ҡыуыл­ғандан һуң дошмандарға хеҙмәт иткән һатлыҡ полицайҙар аша ишеткән түбәндәге хәбәрҙе һөйләй.

...Бер ваҡыт, имештер, Петрищевола торған немец ғәскәрҙәрен герман ставкаһы менән бәйләгән телефон сымын ҡырҡҡандар, тик партизандар тотолмаған...

Рәсәйҙә баҫҡынсыларға ҡыш аттар ярҙамынан башҡа хәрәкәт итеү ифрат ҡыйын булған. Күп тә үтмәй, ун ете аты менән һарайы шартлап күккә оса. Тағы ла партизандар ҡылығы! Бындай осраҡта тотолған партизандарҙы Гитлерҙың бойороғо менән атырға, язаларға тейеш булалар. Ғәйеплене эҙләй башлайҙар, тирә-яҡҡа көслө һаҡ ҡуйыла.

Бер нисә көндән эләктерәләр ҙә: ул партизан башына ҡышҡы кәпәс, өҫтөнә йылы тун, ҡалын салбар һәм быйма кейгән, яурынына кәрәк-яраҡ һалынған күн сумка аҫҡан ҡара ҡашлы, аҡ йөҙлө бик сибәр ҡыҙ була. Һуңғы операцияла ул эшен башҡарып бөтә алмай, артынан бер немец һалдаты ташланып, ҡулын шаҡарып, револьверын тартып ала. Шуға Зоя ни үҙенә, ни дошманға атып өлгөрә алмай...

Шул уҡ көндә ҡыҙҙан һорау ала башлайҙар. Был эште дошмандар уны туҡмау, тәнен утта бешереү, ярты сәғәт һайын яланаяҡ ҡарҙа йөрөтөү, бысҡы менән арҡаһын бысып яралау, шырпы ҡабыҙып, ауыҙын бешереү, тәненә тәмәке төпсөгө баҫыу, бер-береһенә туп шикелле типкеләп ырғытып язалауҙар менән сиратлап алып бара. Тик йәлләттәр “юҡ”, “белмәйем” тигән яуаптан башҡа бер һүҙ ҙә ишетмәй. Язалау, һорау алыу төндә лә дауам итә. Зояны йоҡа күлдәктә генә килеш төн буйы алмаш-тилмәш урамда йөрөтәләр, унан ҡайтҡанда ҡыҙ ҡарағыһыҙ була. Һуңынан ауыл азат ителгәс, йорт хужаһы Василий Александрович һәм уның ҡатыны Прасковья Кулик һөйләүенсә, Зояны танырлыҡ булмай: ҡыҙҙың ҡулдары артҡа шаҡарып бәйләнгән, бите-күҙе, йөҙө шешкән һәм күгәргән, тәне тотош ҡанға буялған, күм-күк төҫтәге яралары йоҡа күлдәге аша күренеп тора.

Йорт хужаларына ҡыҙ бик йәл була, шуға күрә төндә йоҡламайынса уны күҙәтәләр, тик ярҙам итә алмайҙар, сөнки ишек төбөндәге һаҡсылар алмашынып тора: береһе йоҡларға китһә, урынына икенсеһе баҫа.

Таңға табан Зоя эсергә һыу һорай. Василий тороп һыу һалынған биҙрә янына барһа, һаҡсы бирергә ҡушмай. Шулай ҙа уның бәҙрәфкә киткән ваҡытына тура килтереп, Василий Кулич унан: “Һин кем булаһың? Ҡайҙанһың?” – тип һорай. “Мәскәүҙән, – тип яуаплай Зоя, – башҡаһын һорамағыҙ”.

– Ат һарайына үрт һалыусы һин булдыңмы? – тип дауам итә йорт хужаһы.

– Эйе.

– Немецтар яндымы?

– Юҡ. Аттары ғына янған, – ти.

– Йәл...

Икенсе көндә Зояны халыҡ алдында аҫалар...

Зоя Космодемьянскаяның батырлығы тураһында илебеҙ халҡы 1942 йылда ғына журналист Петр Лидовтың “Правда” гәзитендә баҫылған мәҡәләһе аша белә, һуңынан ул “Комсомольская правда”ла баҫылып сыға.

...Эйе, бөгөн ҡиммәттәр үҙгәргән, заманалар буталған ваҡыт. Ә бит һуғыш осоронда кемдер һатҡан Зояны беҙ, бөгөнгө заман кешеләре, һирәк иҫкә алабыҙ. Зоя Космодемь­янская, Алексей Маресьев, Даян Мурзин, Әхмәтхужа Әхмәҙуллин кеүек геройҙарыбыҙҙы ҡәҙерләһәк ине!

Миңә, әллә фронтовик ҡыҙы булғанғамы, Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары тураһында иҫтәлектәр һәр саҡ ижади әүҙемлеккә саҡыра. Ун йылдан ашыу дәүер эсендә Украинала, Белоруссияла, Ҡырымда, Молдавияла һәм Европала партизандар һуғышы хаҡында байтаҡ китаптар, фәнни хеҙмәттәр был теманы яҡшылап өйрәнергә булышлыҡ итте. Эш барышында байтаҡ мәғлүмәткә күҙем асылды, әлегәсә бик күпте белмәүебеҙҙе аңланым. Шуға ҡулымды йөрәгемә ҡуйып, һуғыш тураһында яҙыуҙан туҡтарға беҙгә иртәрәк, тимәксемен. Йәнә лә фәһем алып, башҡаларҙан өйрәнә белеү ҙә кәрәктер, тим. Тағы бер миҫал килтерәм: 90-сы йылдарҙа социализм ҡоролошо емерелгәс, Европаны совет яугирҙәренең азат итеүе, партизан һуғышы хаҡында мәғлүмәттәрҙе боҙоп күрһәтеү башланды. Әммә халыҡ был сәйәсәтте тиҙ аңланы, риза булманы. Шуның һөҙөмтәһе булып, бөгөн, мәҫәлән, Чехия, Словакия Республикаларында һуғыш ветерандары һәм элекке партизандарҙың “Ян Жижка исемендәге 1-се партизандар биргадаһының тарихи төркөмө” булдырылды. Был ойошма һуғыш тарихын һәм батырҙарҙы боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәшә, халыҡҡа, айырыуса йәштәргә аҡты ҡаранан айырырға өйрәтә.

...Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: әгәр Германия Икенсе донъя һуғышында еңә ҡалһа, Сталинград аша Уралға сыҡҡас Гитлерҙың, Гиммлерҙың һәм Герингтың “Йәшел папка” тигән Рәсәй халҡын ҡырыу буйынса төҙөлгән планына ярашлы, тәү сиратта Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Магнитогорск ҡалалары бомбаға тотолор, ә илебеҙ, халҡыбыҙ ҡолға әүерелер ине. Ә инде ҡолға әйләнмәгәнбеҙ, һуғышта еңгәнбеҙ икән, унда Зоя кеүек үҙен ҡорбан иткән миллиондарҙың өлөшө бар – шуны хәтерҙән сығармайыҡ!

Батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ, уларҙың рухтарына баш эйәйек, балаларыбыҙға, йәш быуынға һуғыш хаҡындағы дөрөҫлөктө һөйләп, ялғандан аралап торайыҡ.

 

Миләүшә ГОДБОДЬ.