Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә 75
30 Ноябрь 2021, 16:45

Уртаҡ дошманға ҡаршы бергәләп көрәшкәндәр

Тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек.

Үҙ иленең геройҙарын, батырҙарын ихтирам иткән, онотмаған халыҡ бөйөк ул. Һуғыш тамамланыуға 76 йыл уҙһа ла, бөгөнгө быуын йәштәрендә азатлыҡ өсөн көрәш юлында һәләк булған геройҙар аша патриот тойғолары тәрбиәләү Икенсе донъя һуғышында ҡатнашҡан бар илдәрҙә лә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Әлбиттә, ҙур көс, һаулыҡ һәм ныҡышмалылыҡ талап иткән был яуаплылыҡ һуғыш ветерандарының һәм уларҙың балаларының иңенә төшә.

 

 

Даян Мурзин – мәңге хәтерҙә!

 

Ә бит “фашизм йоҡламай”, тимәк, тынысланырға иртәрәк әле. Был турала бынан 80 йыл элек исеме донъяға билдәле чех журналисы Юлиус Фучик иҫкәртһә лә, нацистар тарафынан язалап үлтерелгән патриоттың һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк яңғырай. Быйыл октябрь аҙағында Чех Республикаһының Злин өлкәһе Всетин ҡалаһында уҙғарылған “Ян Жижка исемендәге 1-се партизандар бригадаһының тарихи төркөмө” йыйылышында ошо фекер өҫтөнлөк итте. Унда сығыш яһаусылар фа­шизмға ҡаршы көрәштә һәләк булған яугирҙәрҙе һәм партизандарҙы онотмау, һуғыш хаҡындағы дөрөҫлөктө йәштәргә аңлатыуҙы артабан да дауам итергә кәрәклеген билдәләне.

Сарала Чех һәм Словак Респуб­ликаларындағы иҫән партизандар, уларҙың балалары һәм ейәндәре, һуғыш ветерандары, шулай уҡ сит илдәрҙә әҙерлек үтеп ҡайтып, нацис­тарға ҡаршы көрәшкән легионерҙар, Злин өлкәһенең ауыл-ҡалаларынан килгән уҡытыусылар, тарихсылар, эшселәр, инженерҙар, мәктәп дирек­торҙары, Злин өлкәһенең һейтманы (хакимиәт башлығы) Радим Голиш менән Злин ҡалаһы старостаһы (хакимиәт башлығы) Иржи Ружичка һәм башҡалар сығыш яһаны.

Йыйылыш Чех, Словак Республи­каларының һәм Рәсәй Федера­цияһының гимндарын тыңлауҙан башланды, шунан һуң бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде. Тәүге һүҙ “Ян Жижка исемендәге 1-се партизандар бригадаһының тарихи төркөмө”н инде биш йыл етәкләгән Карел Вацулекка бирелде.

Ул Тарихи төркөмдөң, һуғыш ветерандары һәм партизандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнашҡан Ян Жижка партизандарына яла яғыуға ҡаршы сығырға һәм халыҡҡа аңлатырға кәрәклеккә баҫым яһаны, ойошманың йыллыҡ эшенә баһа бирҙе. 2020 йылда Европала көслө коронавирус булыуға ҡарамаҫтан, Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Чехия һәм Словакияның “төнгө бүреләре”, мотоциклдарҙа Мәскәүгә барып, Ҡыҙыл майҙанда Билдәһеҙ һалдатҡа ҡуйылған һәйкәлгә, Мәңгелек утҡа баш эйҙе. Унан алып ҡайтҡан утты туғанлыҡ символы итеп Чехосло­вакияның азатлығы өсөн баш һалған совет яугирҙәренең Туғандар ҡәберлегендә тоҡандырҙы.

– Ян Жижка исемендәге 1-се партизандар бригадаһының тарихи төркөмө”, бынан тыш, партизандар ҡулланған һуғыш ҡоралдары ярҙамында асыҡ һауала һуғыш реконструкцияһын ойошторҙо. Был эш Чехияла һәм Словакияла даими ойошторола, унда ололар менән бергә йәштәр ҙә, ваҡытлыса “партизанка”ларға әйләнгән ҡатын-ҡыҙ ҙа ҡатнаша, – тип һөйләне Карел Вацулек. – Үкенескә ҡаршы, коронавирус арҡаһында унда ике йөҙҙән ашыу ағзаһы булған Тарихи төркөмдөң күбеһе була алманы. Шуныһы шатлыҡлы: бөгөнгө йыйылышта Ян Жижка бригадаһының ике партизаны – 91 йәшлек полковник Ян Гронек менән 90-ын тултырған Дана Милатова ла бар. Еңеүҙең 75 йыл­лығы уңайынан Словак Республика­һының Оборона министрлығы улар­ҙың икеһенә лә “Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға – 80 һәм Словак милли ихтилалына 75 йыл тулыу уңайынан” юбилей миҙалдары тапшырҙы. Быға тиклем Ян Гронек Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡулынан ике тапҡыр юбилей миҙалдары алғайны инде. Әйткәндәй, Дана Милатова ла, Ян Гронек та ҡаһарман яҡташыбыҙ Даян Мурзинды күреп белгән һәм ара­лашҡан. Разведчик Гронек Мурзинға бик күп ҡиммәтле мәғлүмәттәр ташыған, тик командирҙы гестапо агенттары эҙәрлекләү сәбәпле, уның кемлеген белмәгән. Һуғыштан һуң Ян Гронек Тыуған ил һағына баҫырға ҡарар итә һәм, хәрби академия тамамлап, полковник хәрби исеменә лайыҡ була, ракета ғәскәрҙәренең бригада командиры вазифаһында хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға.

Үкенескә ҡаршы, ваҡыт көтмәй, алға саба. Ветерандар сафы ла һирәгәйә, Еңеүҙең 55–60 йыллығында улар күберәк булһа, бөгөн Чехияла һәм Словакияла оло йәштәге ун партизан ғына иҫән, тағы ла ун өсө – подпольенан тороп партизандарға ярҙам иткән кешеләр. Уларҙың да күбеһе, өйҙән сығып йөрөй алмау сәбәпле, сараға килә алмаған. 2020-2021 йылдарҙа ғына алты партизан мәрхүм булған, улар араһында Даян Мурзин менән иңгә-иң терәп һуғышҡан Ладислав Вернер менән Милек Чех та бар.

Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла, шул иҫәптән Ян Гронек, Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында тыуып үҫкән Чехословакияның Милли Геройы Даян Фәтхелбаян улы Мурзин тураһында йылы итеп телгә алды. Бригада яугирҙәренең саялығын, ҡыйыулығын, уларҙың һуғыш йылдарында Чехословакияла хәрәкәт иткән әллә нисәмә тиҫтә отряд араһында айырылып торғанын, отрядтан ҙур бригадағаса үҫкәнен билдәләне.

“Совет разведчиктары, шул иҫәп­тән Даян Мурзин да, Чехословакияла 1944 йылдың 29 авгусынан 30-ына ҡараған төндә парашюттан һикерә. Унан башҡа беҙҙең ергә Советтар Союзынан меңәрләгән разведчик ебәрелә, тик уларҙың күбеһе немец зенитсылары тарафынан һауала уҡ атып үлтерелә, иҫән ҡалғандары гес­тапо ҡулынан һәләк була. Уларҙы тотоп биреүҙә немец телен өйрәнгән власовсылар айырыуса әүҙемлек күрһәтә: тауҙарҙа үҙҙәрен рус партизандары тип танытҡан был әҙәмдәр Ян Жижка бригадаһына ла ҙур зыян килтерә. 1944 йылда фронтта көстәр нисбәте Советтар Союзы яғына күскәндән һуң, партизандар Европа сигенә яҡынлашҡан Ҡыҙыл Армияға юл асыу, немецтарға ҡаршы аяҡ салыу, уларҙың тимер юлдарын, ҡорал келәттәрен шартлатып, көсөн ҡаҡшатыу өсөн тырыша, йәшерен рәүештә халыҡ араһында сәйәси-аңлатыу эше алып бара.

Даян Мурзин партизан һуғышы серҙәренә Украинала, Белоруссияла уҡ өйрәнеп, ҙур тәжрибә туплап, Чехословакия еренә аяҡ баҫа. Тәүге командир Ян Ушияк менән Мурзин яраланып юғалғас, отрядҡа комиссар Иван Петрович Степанов етәкселек итә, әммә тирә-яҡҡа 14 төркөм әҙерләп эҙләргә ебәрә. Даян Мурзин табылғас, партизандар уның отряд командиры булыуын үтенә. Шулай итеп, ҡаһарманды командир итеп Украина партизандар хәрәкәте штабы түгел, ә партизандар күтәрә. Шунан һуң ғына Үҙәккә радиограмма ебәргәс, ыңғай яуап килә. 1945 йылдың 9 Майында Еңеү салюты балҡығандан һуң да Даян Баян улы Баҡалыға ҡайтып китә алмай әле, урман-тауҙарҙа йәшерен һуғыш алып барған бандеровсылар, немецтарҙың “Вервольф” партизандары һәм Европа ауыл-ҡалаларында йәшенеп ҡалған фашист ҡалдыҡтарына ҡаршы һуғыша.

 

Барыһы ла батырҙар

 

Ян Жижка партизандары ойоштор­ған операцияларҙы халыҡҡа әҙерләп күрһәткән магистр Иржи Тесаж бөгөн үҙе ойошторған “Виза 70 плюс” ойошмаһын етәкләй. Ул партизан һуғышы реконструкцияларын халыҡҡа әҙерләп, тамаша күрһәтеүҙә ярҙам иткән әүҙемселәргә рәхмәт әйтте, барыһына ла һаулыҡ һәм уңыш теләне. Үҙенең сығышын ул видеофильмдар күрһәтеү менән аралаштырып алып барҙы, киноэкранда Ян Жижка партизандарының музейҙарҙа һаҡланған һуғыш ҡоралдарын, партизандарҙың ҡышҡы кейемдәрен, шул иҫәптән бригада командиры Мурзин менән комиссар Степанов өҫтөнән төшмәгән летчиктар өсөн тегелгән шлем, күн салбар һәм курткаларҙы, 76 йыл буйы һаҡланып бөгөнгәсә килеп еткән ҡайһы бер иҫтәлекле фотоларҙы күрһәтте, уларҙың тарихы менән таныштырҙы.

– Партизандар һуғышын регуляр армия алышы менән сағыштырырға ярамай: таулы-урманлы Чехословакияла уларға хәрәкәт итеү еңел булмаған. Партизандарға ҡорал, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, медикаменттар табыу ҙур проблема булған, Үҙәктән Моравия сиген уҙырға бойороҡ алғас, тәүге операцияларҙа Ян Жижка отряды, аҙашып йөрөп, күп ваҡытын һәм һуғышсан көсөн юғалта, тик өсөнсөһөндә генә маҡсатҡа өлгәшәләр, – тине хәл-ваҡиғалар тарихын биш бармағы кеүек белгән Иржи Тесаж. – Мәҫәлән, күптән түгел отряд командиры осоусы Франтишек Фоукал, Степанов һәм Даян Мурзиндың Жабарна ауылында төшөрөлгән бер фотоға уларҙың Фоукалдың виллаһында төшкәнлеген асыҡланыҡ. Немецтар командирҙар менән комиссарҙарҙы тереләй тотоу өсөн, тауҙарға йөҙәрләгән әҙерлекле агент ебәрә, улар араһында русса ла, немецса ла яҡшы һөйләшкән власовсылар ҙа күп була. Командир­ҙарҙың ошо виллаға килгәнен гестапо һалдаттарына шулар хәбәр итә һәм ике арала көслө атышта совет радисткаһы һәләк була.

Иртәнге 10-дан көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем дауам иткән йыйылышта Рәсәй Федерацияһының Брнолағы Генераль консулы Александр Калачев менән атташе Георгий Акаемов та сығыш яһаны. Улар ҙа бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең тарихты боҙоп күрһәтеүе һәм Икенсе донъя һуғышы тарихын үҙҙәренә нисек уңайлы шулай яҙыуҙарына борсолоуын белдерҙе, был хәлдең киләсәктә насар эҙемтәләргә килтерәсәген билдәләне.

Һуғыш йылдарында Всетин ҡалаһындағы ҡорал заводтары Германия мәнфәғәтендә меңәрләгән танк, хәрби обмундирование, автомат, бомба, туптар етештерә, шуға күрә Даян Мурзин, подпольелағы патриоттар менән бәйләнешкә инеп, эшселәрҙе был эшкә аяҡ салырға саҡыра, уларҙан матди ярҙам һорай. Всетин подпольеһы етәксеһе Йозеф Соуседик ойошторған Ҡаршылыҡ хәрәкәте көстәре уға ҡорал, кейем-һалым ме­нән ярҙам итә, хатта йәшерен рәүештә халыҡтан аҡса йыя. Быларҙың барыһы тураһында ла уның улы Томаш Соуседик һөйләне, атаһының эшмәкәрлеге тураһында яҙған китабы менән таныштырып, уның архивында һаҡланған фотоларҙы күрһәтте.

Угерске Градиште ҡалаһынан килгән профессор Мирослава Полако­ваның сығышы ла фәһемле булды. Ҡасандыр мәктәптә эшләгән был ханым, балаларға патриотик тәрбиә биреү һәм һуғыш тарихын дөрөҫ аңлатыу өсөн, уларҙы Чехия-Германия сигендәге Терезин концлагерына экскурсияға алып барырға тәҡдим итте. “Бигүк күңелле булмаған был сәйәхәт йәштәр күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалыр, уларҙы тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтер, – тине ул. Бөгөн балаларға Египет мумияла­рының ҡартаймау серҙәрен түгел, ә үҙ илен, ерен, халҡын яратырға, уның мәнфәғәтендә хеҙмәт итергә һәм тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтергә кәрәк!”

Бына ошондай рухлы, төплө сығыштар, фекер алышыу  төшкө аш ваҡытында ла дауам итте. Һуңынан “Ян Жижка исемендәге 1-се партизандар бригадаһының тарихи төркөмөн” етәкләйәсәк яңы рәйесте һайлау тураһында һүҙ ҡуҙғатылғас, барыһы ла бер ауыҙҙан Карел Вацулектың ошо вазифала ҡалыуын үтенде, уға ярҙамға ун ике кеше билдәләнде.

 

Миләүшә ГОДБОДЬ.

 

Чех Республикаһы,

Всетин ҡалаһы.    

Читайте нас в