Баҡсанан көҙгө уңышты йыйыу дауам итә. Шөкөр, барыһы ла мул быйыл. Оҫта хужабикәләр ғаиләһен йыл буйына тәмле ҡайнатмалар, төрлө салаттар менән һыйлаясаҡ.
Күптәребеҙ баҡса тултырып ҡабаҡ та үҫтергәндер. Уның файҙалы яғын беләбеҙ. Ә бына зыяны ла юҡ түгеллеге һеҙгә мәғлүмме?
Ҡабаҡта күҙ күреүен яҡшырта торған элемент – каротиноид күп. Был йәшелсә ҡан баҫымын төшөрә, эсәктәрҙе шлактан таҙарта, йоҡоһоҙлоҡтан интеккән кешеләргә дә файҙалы. Халыҡ медицинаһында ҡабаҡты бауырҙы таҙартыу өсөн ҡулланалар. Уның төшө ир-атҡа айырыуса файҙалы. Ҡатын-ҡыҙҙа иһә ҡартайыу процесын тотҡарлай. Шулай уҡ тырнаҡты, сәсте витаминдар менән байыта.
Ҡайһы бер кешеләрҙә ҡабаҡҡа аллергия күҙәтелеүе мөмкин. Уның төшө майлы, туҡлыҡлы, шуға ла ябығырға теләгән кешеләр өсөн бик үк файҙаға булмауы ихтимал. Гастрит, ашҡаҙанында йәрәхәт бар икән, сама менән генә ашарға кәңәш ителә.