Барыбыҙ ҙа сүп үләне тип һанаған, бөтә ерҙә лә ҡотороп үҫкән кесерткән мал аҙығы ла, кеше өсөн витаминдар сығанағы ла, дарыу ҙа була ала. Шул уҡ ваҡытта уны баҡса ҡоротҡостарына ҡаршы көрәштә лә уңышлы файҙаланырға мөмкин.
Бының өсөн кесерткәнде биҙрәгә тыңҡыслап тултырырға ла, һыу ҡойоп, өҫтөн полиэтилен япма менән ябып, биш көн ултыртырға кәрәк. Аҙаҡ уны болғатып, йәнә биш көнгә ултырталыр. Ун көн дауамында япраҡтары сереп бөтә.
Шул йәшел шыйыҡсаның бер литрына туғыҙ литр һыу ҡушып, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн ашлама эшләнә. Ә бына ҡарағаттың аҡ онло ысығына ҡаршы был иретмәне ике литрға һигеҙ литр һыу ҡушып эшләргә кәрәк. Сирҙе ул ике көндә юҡ итәсәк.
Шулай уҡ кесерткән төнтөмәһе сәсте нығытыу өсөн дә файҙаланыла. Уны киптереп тә ҡулланырға мөмкин. Күптәр яҙ көнө яңы сыҡҡан кесерткән үләненән аш бешерә, төнәтеп эсә. Әммә уны ҡулланғанда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!