Баҡса
26 Апреля 2020, 18:05

Май байрамдарында кѳндәр нисек торасаҡ?

Баҡсаға барыуҙы түҙемһеҙлек менән көтәһегеҙме? Тик doroga02.ru порталында теркәлергә онотмағыҙ.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үҙ-үҙеңде иоляциялау ваҡытында баҡсаға йѳрѳргә рѳхсәт иттеләр. Шуға ла май байрамдарын халыҡ түҙемһеҙлек менән кѳтә.
Был осорҙо файҙалы үткәреүгә тәбиғәт тә булышлыҡ итер тип ышана улар. Әммә баҡсаға барыу ѳсѳн doroga02.ru порталында теркәлергә онотмау зарур.
Киләһе ял кѳндәрендә йылы булыр тип кѳтѳлә. 1 майҙа кѳн 15 градусҡа тиклем йылытасаҡ, бер аҙ ямғыр яуасаҡ. 2 майҙа кѳн тағы ла йылына - термометр бағанаһының +20 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә, шулай уҡ бер аҙ ямғыр ҙа яуасаҡ. Ә 3 майҙа 23 градусҡа ҡәҙәр йылы торасаҡ.
Артабан 5 майға тиклем кѳндәр шулай йылы буласаҡ, ямғыр ҙа яумаясаҡ. Тѳндә бер аҙ һалҡын булыуы кѳтѳлә: температура +7 градусҡа тиклем тѳшәсәк.
Фото: yandex.com
Читайте нас