Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
30 Июль 2021, 12:27

Һәр метр ерҙең файҙаһын күрәләр

Салауат районының Арҡауыл ауылында йәшәгән Рәйлә менән Алик Зариповтар – тырыш, һәр яҡтан өлгөлө ғаилә. Уларҙың ихатаһы юл буйында ултыра. Үткән һайын баҡсаларының бөхтәлеге, сәскәләренең күплеге иғтибарҙы йәлеп итә. Бынан бер нисә йыл элек Алик теплица һала башланы, әле ул ҡеүәт йыйып эшләй.

Рәйлә менән Алик Ҡаҙағстанда эшләп йөрөгән сағында таныша. 1988 йылда сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Ун йылдан ашыу ситтә йәшәгәндән һуң ғаилә Аликтың тыуған яғына ҡайтып төпләнергә була. Ауыл ерендә шәхси ихата өсөн ерҙе мул бирәләр. Егерме сутый биләмәнең һәр метрынан файҙа алып йәшәй Зариповтар.

Йорт, һарай, мунса һалыу мәшәҡәттәре артта ҡалғас, Алик теплицаға тотонорға ҡарар итә.

– Бөтә республиканы, башҡа төбәктәрҙе эш буйынса йөрөп сыҡҡан кешемен. Башҡалар күптән ҙур теплицалар ҡуйып, ғаиләләрен йыл әйләнәһенә үҙҙәре үҫтергән йәшелсә, еләк-емеш менән аҫрай. Ә беҙҙә, тәбиғәт шарттары ҡырыҫ ерҙә, теплицалар һирәк. Бынан тыш, өҫтәмә килем әле берәүгә лә ҡамасауламаған, тип уйланым да, 8х23 кв.м ҙурлығында теплица эшләнем. Ул газ менән йылытыла. Йыл әйләнәһенә файҙаланабыҙ, – тип һөйләй бөтмөр хужа.

Хужалар теплицанан дүрт йыл уңыш алһа ла, әле ул тулы ҡеүәтенә файҙаланылмай. “Әлегә икебеҙ ҙә эшләгәс, был мөмкин дә түгел. Бындай теплицаны хеҙмәтләндереү өсөн бер кеше барыбер өйҙә ултырырға тейеш”, – ти улар.

Рәйлә сәскәләргә ғашиҡ. Ихатаһының һәр мөйөшөндә – сәскәләр. Теплица эшләгәндән һуң хужабикә петуния үҫтереп һатыуға сығара. Тәүге осорҙа айырыуса ҡарау талап иткән гөл ул. Орлоҡтан үҫтереп алыу ҙа еңел түгел.

– Сәскәләрегеҙ шундай матур, моғайын, орлоҡтарын махсус етештереүселәрҙән яҙҙырып алаһығыҙҙыр?

– Юҡ, ҙур магазиндарҙан алам. Петунияны уңышлы үҫтереп алыу орлоҡтоң сифатына ғына бәйле түгел. Ултыртыу ваҡыты ла, ерҙең сифаты ла ҙур әһәмиәткә эйә.

Хужабикә матурлыҡ өсөн яуап бирә, ә Алик йәшелсәгә яуаплы. Теплицаның йыл әйләнәһенә уңыш килтереүенә өлгәшергә кәрәк. Ноябрь айҙарында хужалар бында төрлө тәмләткес үләндәр ултырта башлай, сөнки декабрь-ғинуарҙа башлы һуғанға, укропҡа, петрушкаға ихтыяж арта. Ҡыяр ҙа байрамдар алдынан һәйбәт һатыла. Марттан башлап июнгә тиклем хужалар ҡыярға өҫтөнлөк бирә. Яҙғыһын үҫентеләр менән булалар. Помидор, баклажан, сәскә үҫентеләре һәйбәт һатыла.

Килем тураһында һорашҡас, хужалар әлегә теплицаны төҙөүгә киткән сығымдарҙы ҡаплауҙары, йылытыуға тотонолғанын ҡайтарыуҙары тураһында әйтте. Уларҙы аңларға була. Ҡыш ҙур майҙанды йылытыу өсөн газ күп китә. Айына 10-ар мең һум түләйҙәр.

Гөрләп торған баҡсаға быйылғы ҡоролоҡ та ҡурҡыныс түгел. Алик яһалма һиптереү ҡоролмаһы эшләгән, шуға күрә баҡсаны уңайлы ғына итеп һуғаралар.

 - Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас: