Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
18 Апрель 2022, 17:40

Һарымһаҡ ҡурай еләгенә кәртә була ала

Ябай ғына кәңәштәр уңышты арттырырға ярҙам итәсәк.

Һарымһаҡ ҡурай еләгенә кәртә була ала
Һарымһаҡ ҡурай еләгенә кәртә була ала

Кишер орлоғон киптерелгән ҡәһүә менән болғап ултыртыу бик уңайлы ысул: орлоҡ аҙыраҡ тотоноласаҡ, үҫемлектәрҙе һирәгәйтергә тура килмәйәсәк, өҫтәүенә ҡәһүә ашлама ролен башҡарасаҡ, ә иң мөһиме — уның еҫе ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡурҡытасаҡ. Был ысул менән ултыртырған кишер ҡыш буйына бик яҡшы һаҡлана.

— Борос тамырҙары тура ҡояш нурҙарын яратмай, шуға күрә япраҡтары бер-береһен ҡаплаһын өсөн үҫентеләрҙе йышыраҡ ултыртырға, ә рәттәр араһын киңерәк итергә мөмкин, һыуҙы күп һибергә ярамай. Борос ағас көлөн ярата. Бер биҙрә һыуға 250 грамм көл һалып, бер аҙна тоторға кәрәк. Бындай ашламанан һуң үҫемлектәр яҡшыраҡ үҫешә һәм аҙыраҡ ауырый.

— Ҡатыҡ ҡара ҡарағатты онло ысыҡтан һаҡлай. Эшкәртеү өсөн 1:1 ҡатыҡ менән һыу ҡатнашмаһын һиптерергә кәрәк.

— Сода — ауырыуҙар менән көрәштә яҡшы профилактика сараһы. Рецепты ябай: бер аш ҡалағы соданы дүрт литр һыуҙа болғатырға, бер балғалаҡ шыйыҡ һабын өҫтәргә һәм үҫемлектәрҙе эшкәртергә кәрәк.

— Кәбеҫтәне эшкәртеү өсөн бер биҙрә һыуға 40 тамсы йод өҫтәргә кәрәк. Кәбеҫтә формалаша башлағас, һәр бер үҫенте аҫтына бер литр ошо ашламаны һипкәндә, уңыш юғары буласаҡ.

— Йәй башында борос үҫентеләре бер нисә емешкә тумалып, сәскә атыуҙан туҡтаһа, емеште өҙөп алырға кәрәк. Артабан үҫемлектәр яңынан көс-ҡеүәт менән сәскә ата башлаясаҡ һәм миҙгел аҙағына тиклем уңыш бирәсәк.

— Әгәр ҡурай еләгенең йәш үҫентеләре күп булһа, әммә үҫмәһә, был - вируслы ауырыу. Ҡыуаҡты шунда уҡ ҡаҙып алырға кәрәк. Уның тамырҙары уҡмашып, сырмалған икәне күренер. Был сир бөтә ҡыуаҡтарға таралғансы үҫемлектәрҙе ҡаҙып алырға һәм яндырырға кәрәк.

— Ҡурай еләге таралып китмәһен өсөн, уның тирәләй һарымһаҡ ултыртырға кәңәш итәләр. Ул билдәләнгән сиктәрҙе үтергә мөмкинлек бирмәй.

Автор фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: